Арҙаҡлы шәхестәребеҙҒалимдар

Мулдашев Эрнст


Рәсәй хирург-офтальмологы, яҙыусы Эрнст Рифғәт улы Мулдашев 1948 йылдың 1 ғинуарында тыуған.

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған врачы, медицина фәндәре докторы, профессор. Спорт мастеры, спорт туризмы буйынса өс тапҡыр СССР чемпионы. БР Инженер академияһының мөхбир ағзаһы, Америка офтальмология академияһы ағзаһы, Халыҡ-ара Фәндәр академияһы ағзаһы, Мексиканың дипломлы офтальмологы, АҠШ-тың Луисвиль Университетының Почетлы консультанты.

“Аллоплант” хирургик биоматериалын уйлап табыусы, уның ярҙамында бөтөнләй “өмөтһөҙ” тип иҫәпләнгән ауырыуҙарҙы дауалау мөмкинлегенә өлгәшелде. “Аллоплант”ты уйлап табыу регенератив хирургия, йәғни кешенең үҙ туҡымаһын “үҫтереүгә” йүнәлтелгән хирургия мөмкинлектәрен асты.

Эрнст Мулдашев офтальмологияла яңы ағым – офтальмогеометрия барлыҡҡа килтерҙе.

Киң даирәлә Мулдашев Тибет һәм Египетҡа экспедициялары менән бәйле яҙылған матбуғаттағы күп һанлы мәҡәләләре һәм китаптары аша билдәле.Тәүге экспедицияһынан һуң ул “Беҙ кемдән килеп сыҡҡанбыҙ?” тигән китабын яҙҙы. Һуңыраҡ тағы ла өс экспедиция, һәм һөҙөмтә булараҡ “Аллалар ҡалаһын эҙләп” (3 том) китабы сыҡты. Унда Ер катаклизмдары, Аллалар ҡалаһы, Йога һәм башҡалар тураһында теория бирелгән.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Ғалимдар

 
Башҡортостан 450