Рәхимҡолов Морат
"Башҡортостан рус әҙәбиәтендә" антологияһын тикшеренеүселәр ҡаҡшамаҫ дуҫлыҡ энциклопедияһы тип йөрөтә. Был танылған ғалим-крайҙы өйрәнеүсе, педагог һәм яҙыусы Морат Ғәлим улы Рәхимҡоловтың төп хеҙмәте. Тыуған Башҡортостаны өсөн ул бер үҙе ҙур ижади коллективҡа, хатта тотош ғилми институтҡа торошло эш башҡарҙы.
Морат Ғәлим улы 1925 йылдың 30 майында Өфөлә тыуған. Күп нәмәгә өлгәшеүенә ҡарамаҫтан, уның тормошо бик еңелдән булмаған. Мәктәптә уҡып йөрөгән йылдарында уҡ атаһы репрессияға эләгә һәм тикшереп тә тормайынса атып үлтерелә. Тиҙҙән һуғыш башлана.
16 йәшендә Морат Рәхимҡолов Өфө моторҙар эшләү заводына урынлаша, токарь, лекальщик, гравер була. Эшкә ҡаланың бер осонан икенсе осона йә тауар поезына эләгеп, йә юл ыңғай машинаға ултырып йөрөй. Сиктән тыш ауыр хеҙмәттән 20 йәшендә Морат Ғәлим улы инвалид була, бигерәк тә күҙе зыян күрә (бер генә күҙе күрә). Әммә бер нәмәгә ҡарамаҫтан, унда уҡыу теләге көслө була. 1945 йылда уны Башҡорт дәүләт академия драма театрына актер һәм режиссер ярҙамсыһы итеп саҡыралар. Бер үк ваҡытта ул театр студияһында шөғөлләнә, ә 1951 йылда ситтән тороп урта мәктәпте тамамлай һәм К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының, хәҙер БДУ, тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә. Халыҡ дошманы улы келәймәһе менән быларҙың барыһына ла өлгәшеү, әлбиттә, еңелдән булмай.
Институтта Морат Рәхимҡолов баштан-аяҡ йәнле студент тормошона сума. Факультетта Ким Әхмәтйәнов, Александр Филиппов, Мадриль Ғәфүров кеүек һәләтле йәштәр була. Ижади түңәрәк эшләй. Тырыш студент институтты отличие менән тамамлай, һәм уны Саҡмағош урта мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп ебәрәләр.
Һуңынан Морат Ғәлим улының тормошонда етди һынылыш була. Ул саҡта Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 400 йыллығы киң һәм тантаналы билдәләнә. Рус яҙыусыларының беҙҙең яҡ менән бәйләнешен төплө өйрәнеү мәсьәләһе килеп баҫа, шул саҡта СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында пединститутты тамамлаусы фән менән мауығып шөғөлләнгән һәләтле егетте иҫтәренә төшөрәләр. Морат Рәхимҡоловты институтҡа ғилми хеҙмәткәр итеп саҡыралар. Уға «Рус яҙыусылары Башҡортостан тураһында» темаһын эшкәртеүҙе йөкмәтеп, етәкселәр яңылышмай. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул үҙенең эшкә һәләтле, маҡсатҡа ынтылышлы, намыҫлы булыуын иҫбатлай. Күп йыллыҡ ныҡышмалы эҙләнеүҙәр һәм көсөргәнешле хеҙмәт һөҙөмтәһендә Морат Рәхимҡолов биш томлыҡ «Башҡортостан рус әҙәбиәтендә» антологияһын әҙерләп сығара. Был биш томлыҡты ғалимдың ғилми батырлығы тип ҡыйыу атарға мөмкин.
1968 йылда Морат Ғәлим улының тормошонда яңы этап башлана: ул Башҡорт дәүләт университетына күсә. Тәүҙә өлкән уҡытыусы булып башлай, тиҙҙән инде рус әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы доценты була һәм 1987 йылға тиклем эшләй.
Университетта уҡытыу менән бер рәттән Морат Рәхимҡолов ҙур тикшеренеү эштәре алып бара, ғилми-танып белеү китаптары сығарыу менән шөғөлләнә. 1979 йылда ул СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. Ул тиҫтәләгән уҡыу әсбаптары һәм монографиялар, 250-ләп етди ғилми мәҡәлә сығара, әммә үҙенең төп ҡаҙанышы итеп күп томлыҡ «Башҡортостан рус әҙәбиәтендә» антологияһын ҡабаттан сығарыуҙы иҫәпләй. Был йөкмәткеһе буйынса уникаль йыйынтыҡтар республика етәкселеге ярҙамында ҡайтанан донъя күрҙе: «Китап» нәшриәтендә яңыртылған, эшкәртелгән һәм күпкә киңәйтелгән формала сыҡты. Алтынсы, йомғаҡлау томы 2005 йылда ғалимдың 80 йәшенә ҡарата сығарыла.
Морат Ғәлим улын белгән һәр кем уның эш һөйөүсәнлегенә, оптимизмына, эрудицияһына таң ҡала. Ул бик тәрбиәле, ярҙамсыл, тулы мәғәнәһендә интернационалист кеше.
Киләһе быуын тикшеренеүселәр Морат Рәхимҡоловтың рухлы хеҙмәтен, рус-башҡорт әҙәби-мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтереүгә, Башҡортостан халыҡтары араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға индергән өлөшөн лайыҡлы баһалар, тип ышанайыҡ.
|
|
Ғалимдар |