Арҙаҡлы шәхестәребеҙҒалимдар

Поносов Владимир


Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың 2006 йылдың 24 октябрендәге Бойороғона ярашлы Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығына әҙерләнеү сиктәрендә өфөләргә һәм республика халҡына киң билдәле Археология һәм этнография академик музейын Карл Маркс урамы, 6-сы йорт адресы буйынса боронғо бинаға күсереү мәсьәләһе хәл ителде.

ХХ быуат башында төҙөлгән ҙур булмаған яҡты йорт Өфөнөң тарихи өлөшө биҙәге булып тора. Һуңғы ваҡытҡа тиклем унда Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Президиумы урынлашҡайны, уға тиклем  Ғалимдар йорто, 1930 йылдар уртаһына тиклем  Революция музейы.

Өлкән быуын өфөләргә был йорт «Чапаев дивизияһы штабы» булараҡ билдәле, уның рәсми исеме  «Елена Поносова-Молло йорто». Өфөнөң был билдәле дворян ғаиләһенең яҙмышы ярайһы уҡ яҡшы өйрәнелгән. Музейҙың буласаҡ экспозицияһында, археологик һәм этнографик материалдар менән бер рәттән, элек бер тапҡыр музей булған был йорттоң тарихына ла лайыҡлы урын бирелә.

Бөтә экспозиция концепцияһын әҙерләү стадияһында Елена Александровна Поносова-Моллоның, дөрөҫөрәге, уның улы Владимирҙың тормошонан бик ҡыҙыҡлы факттар асыҡланды. Элек ул 1917 йылда Японияға киткән һәм уның артабанғы яҙмышы билдәһеҙ, тип иҫәпләнгәйне. Баҡһаң, ул бәләкәй тыуған илендә генә билдәһеҙ булған икән.

Евразия далаһының көнсығыш өлөшөн өйрәнеүсе тикшеренеүселәр үҙ ғилми эҙләнеүҙәрендә Ҡытайҙа археологик тикшеренеүҙәр менән бәйле был һирәк фамилияны күп тапҡырҙар осрата. Эҙләнеүҙәр һөҙөмтәһе бик көтөлмәгәнсә, унан бигерәк, Археология һәм этнография музейының киләсәге менән тығыҙ бәйле булып сыҡты.

Шулай итеп, Владимир Васильевич Поносов (1899 йылдың 25 феврале, Өфө  1975, Австралия). Элекке Екатеринбург археологы һәм Урал тәбиғәтте өйрәнеү фәнен яратыусылар йәмғиәтенең ғилми сәркәтибе Владимир Яковлевич Толмачев менән бер рәттән  1920-1950 йылдарҙағы Маньчжурия археологияһының танылған лидеры, Харбин археология- этнография мәктәбенә нигеҙ һалыусы.

Өфөләге реаль училищены тамамлап, 1915 йылда Владимир Киевта Коммерция институтының иҡтисад факультетына уҡырға инә. Булған һирәк мәғлүмәттәргә ҡарағанда, археологик тикшеренеүҙәрен Өфө эргәһендә Көньяҡ Урал тау итәктәрен өйрәнеүҙән башлай. Күп Рәсәй интеллигенцияһы вәкилдәре кеүек үк, 1919 йылдан һуң сит ерҙәргә барып сыға.

1922 йылда ул саҡта «рустар» ҡалаһы булған Харбинда (төньяҡ-көнсығыш Ҡытай, Маньчжурия) йәшәй. 1922 йылда ойошторолған мәлдән алып 1928 йылда бөтөрөлгәнгә тиклем Владимир Поносов  рус эмигранттары төҙөгән Маньчжурия крайын өйрәнеү йәмғиәтенең әүҙем ағзаһы.

1929 йылдан  Тәбиғәтте өйрәнеү һәм география клубын ойоштороусы һәм етәксеһе, 1932 йылдан  Көнсығыш провинцияларҙың Айырым районы Мәҙәни үҫешен өйрәнеү институты музейының этнология бүлеге мөдире, 1939-1945 йылдарҙа Да-Лу ғилми-тикшеренеү институты музейының ҡушма мөдире.

1949 йылғы революциянан һуң Владимир Васильевич Харбинда ҡала, 1957 йылда ҡытай хеҙмәткәрҙәре менән тәжрибәһен уртаҡлашыу өсөн Хэйлуцзян провинцияһының яңы төҙөлгән музейына эшкә саҡырыла. Был ваҡытта ул бер нисә экспедиция үткәрә һәм ҡытай археологтарын тикшеренеү методикаһына өйрәтә.

Ошонда уҡ ул, рус тикшеренеүселәре тәжрибәһен дөйөмләштереп, Төньяҡ Маньчжурияны археологик өйрәнеү тарихы буйынса махсус эш яҙа, 1991 йылда ул Харбинда ҡытай телендә баҫылып сыға. 1961 йылда Владимир Поносов Австралияға күсә һәм 1975 йылда гүр эйәһе булғанға тиклем ошонда йәшәй.

Владимир Поносовтың исеме һуңғы ваҡытта Рәсәй гуманитар ғилми фонды ярҙамында әҙерләнгән «Российское научное зарубежье» биобиблиографик һүҙлегенең шәреҡселәр исемлегендә лайыҡлы урын биләй. 1972 йылда Мельбурн университетында Russians in Australia серияһында Владимир Поносовтың биографияһы (авторы  В.Н. Жернаков) баҫыла.

Уның бик бай шәхси фонды, шул иҫәптән 30-ҙан ашыу ғилми баҫмаһы Сан-Францискола Рус мәҙәниәте музейы архивында һаҡлана. Хәҙерге ваҡытта Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Этнологик тикшеренеүҙәр үҙәге етәкселеге Владимир Поносовтың тормошо һәм эшмәкәрлеге тураһында өҫтәмә материалдар алыу өсөн Мельбурн университеты һәм Сан-Франциско менән бәйләнешкә сығырға йыйына. Тәҡдир буйынса Поносов-Молло ғаиләһе йортонда урынлашырға насип булған Музей экспозицияһында уның тормош тарихы мотлаҡ сағылыш табырға тейеш.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Ғалимдар

 
Башҡортостан 450