Сөнәев Заһиҙулла
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, техник фәндәр докторы, профессор Заһиҙулла Исхаҡ улы Сөнәев – нефть эшкәртеү технологияһы өлкәһендә ҙур ғалим, талантлы етәксе, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры һәм СССР Нефтехимия сәнәғәте министрлығы отличнигы. Заһиҙулла Сөнәев ысын мәғәнәһендә нефть һәм нефть эшкәртеү тураһында фәнде үҫтереүҙә төп ролдәрҙең береһен уйнаны.
Ул 1929 йылда колхозсы ғаиләһендә тыуған. Мәктәптә, һуңынан Новочеркасск политехник институтында еңел уҡый. Дипломды тик бишле билдәләренә яҡлай, һәм был уға эш урыны һайлау хоҡуғы бирә. Тәүҙә ул Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор, һуңынан аҡрынлап кокслау ҡоролмаһы начальнигы, аҙаҡтан өлкән инженер, цех начальнигы булып китә. Заводта эшләү менән бер рәттән, Ҙаһиҙулла Сөнәев нефть техникумында аналитик химия һәм нефть эшкәртеү курстарын уҡый. Һуңынан ғилми тикшеренеүҙәр өлкәһенә эшләргә күсә. Ул кокс тематикаһы буйынса тикшеренеү эшен дауам итә.
Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлап, Заһиҙулла Сөнәев 1959 йылдан Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының тәжрибә-тикшеренеү цехына етәкселек итә. 1962 йылда Өфө нефть институтына нефть һәм газ технологияһы кафедраһы мөдире вазифаһына эшкә саҡырыла, ә 1970 йылда институтты етәкләй.
Заһиҙулла Сөнәев ғилми хеҙмәттәрендә нефть системаларының физик-химик үҙенсәлектәре менән уларҙың дисперслы төҙөлөшө араһындағы үҙ-ара бәйләнештәр тураһындағы теоретик ҡараштарҙы киңәйтә, фәнгә “нефть системаһының экстремаль торошо” төшөнсәһен индерә. Ул яңы нефть продукттары алыу процестарын интенсификациялау принциптарын тәҡдим итә.
1976 йылда Заһиҙулла Сөнәев Губкин исемендәге Мәскәү нефть һәм газ институтына эшкә күсә. Әммә уның республикабыҙ, хәйер, бөтә илдең нефть эшкәртеү тармағы алдындағы ҡаҙаныштары баһалап бөткөһөҙ.
Заһиҙулла Исхаҡ улы Сөнәев 2001 йылда вафат була.
|
|
Ғалимдар |