Арҙаҡлы шәхестәребеҙҒалимдар

Таған Ғәлимйән


Ғәлимйән Таған 1862 йылда Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙенең Тәңрекүл ауылында, хәҙерге Ҡурған өлкәһе Әлмән районы, тыуған. Мәҙрәсәне, рус мәктәбен һәм семинарияны тамамлағандан һуң уҡытыусы булып эшләй. Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1917 йылда Ғәлимйән Таған башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушыла, Башҡорт ғәскәре 2-се дивизияһының 3-сө уҡсылар полкына командалыҡ итә, Башҡорт хөкүмәте хәрби бүлеге ҡарамағындағы Башҡорт хәрби шураһы ағзаһы була. Башҡорт ғәскәрҙәре Совет власы яғына күскәс, ул үҙ полкы менән Колчак полкына ҡушылып, Себергә китә. 1920 йылда – эмиграцияға китә, тәүҙә Манчжурияла, һуңынан Японияла, унан Венгрияға күсә. Бында Ғәлимйән Ғирфан улы Дебрецен агротехник университетын тамамлай. 30-сы йылдар башынан алып 1944 йылға тиклем ул Венгрия Милли этнографик музейының Көнсығыш бүлеге мөдире булып эшләй.

Ғәлимйән Таған төрки халыҡтар этнографияһы буйынса ҙур белгес була. Үҙ хеҙмәттәре менән ул төрки халыҡтарҙың бай тарихын һәм мәҙәниәтен донъя йәмәғәтселегенә еткерергә ынтыла. Венгрияның Милли музейында эшләп, Ғәлимйән Таған йыйылған этнографик материалдарҙы тәртипкә килтерә, мәҡәләләр яҙа, этнография һәм музей эше буйынса көнбайыш ғалимдарының хеҙмәттәрен өйрәнә. Был йылдарҙа «Levente» («Үҫмер») гәзитендә, Венгрия этнография йәмғиәтенең «Ethnographia» («Этнография») журналында уның йылҡысылыҡ, төркиҙәрҙең традицион эсемлектәрен әҙерләү, йөн эшкәртеү, кейеҙ баҫыу ысулдары, башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, төркмән, әзербайжан, ҡырым татарҙары, сыуаштарҙың ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, рухи мәҙәниәте тураһында мәҡәләләре һәм очерктары баҫылып сыға. Был материалдар бөгөн дә үҙенең актуаллеген һәм ғилми әһәмиәтен юғалтмаған.

Ул танылған ғалим булып китә һәм Икенсе донъя һуғышы ваҡытында ла үҙенең фәнни эҙләнеүҙәрен туҡтатмай. 1944 йылда Ғәлимйән Таған Гамбургта уҡытыу өсөн Германияға күсә. 1945-48 йылдарҙа – ул Гамбург университетының тюркология докторы. Ғәлимйән Таған – 40-тан ашыу ғилми эш авторы. Ул 1948 йылда вафат була.

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты тарафынан Ғәлимйән Тағандың “Башҡорттар һәм башҡа төрки халыҡтар тураһында этнографик мәҡәләләр” тигән хеҙмәтен баҫып сығарыу ғилми йәмәғәтселек өсөн мөһим ваҡиға була. Очерктар “Ғилем” нәшриәтендә баҫтырыла. Улар, һис шикһеҙ, ғалим-этнографтарға ғына түгел, ә башҡорттарҙың этнографияһы һәм декоратив-биҙәү-ҡулланма сәнғәте менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың барыһы өсөн дә ҡыҙыҡлы.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Ғалимдар

 
Башҡортостан 450