Арҙаҡлы шәхестәребеҙҒалимдар

Кузеев Раил


Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, БР Фәндәр академияһы академигы Раил Ғүмәр улы Кузеев 2005 йылдың 2 авгусында Өфөлә вафат булды.

Башҡортостандың Өфө кантоны Әмин ауылында тыуып үҫеп (1929 йылдың 10 ғинуарында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған), ул ғүмере буйына белемгә ынтылды. Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлап, ул ярты быуат фәнгә фиҙаҡәр хеҙмәт итте, башҡорттарҙың һәм Урал-Волга буйы халыҡтарының этник тарихы проблемаларын өйрәнеүгә бик ҙур өлөш индерҙе. Уның ғилми эшмәкәрлеге башҡорт ҡына түгел, тотош ватан этнографияһын үҫтереүҙә мөһим һәм сағыу этап булды. Ул  20 китап һәм 200-ҙән артыҡ фәнни баҫмалар авторы.

Раил Ғүмәр улы уҡыусыларының береһе Игорь Петров, Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығына арналған һуңғы Кузеев уҡыуҙарында һөйләгән докладында, был ҙур ғалимдың ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеген шартлы рәүештә өс этапҡа бүлергә мөмкин, тип билдәләне.

Беренсе этапта (1950-1970 йылдар) уның фәнни ижадында башҡорттарҙың этногенез һәм этник тарихы проблемалары төп урынды биләй. 1957 йылда Раил Кузеев икенсе башҡорт ғалимы Билал Юлдашбаев менән бергә рус һәм башҡорт телдәрендә «400 йыл рус халҡы менән бергә: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы һәм уның тарихи әһәмиәте» тигән рус һәм башҡорт телдәрендә китап сығара.

Шул уҡ йылда «Башҡорттарҙың тарихи этнографияһы очерктары» тигән беренсе монографияһын баҫтыра, бында ХVII-ХVIII быуаттарҙа башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә структураһы формаларын тәрән һәм һәр яҡлап өйрәнеү нигеҙендә башҡорт йәмғиәтенең иҡтисади һәм социаль структураһын асып бирә, уның төп звеноларына ентекле характеристика бирә.

1960 йылда Раил Ғүмәр улы «Башҡорт шәжәрәһе» тигән китап сығара. Бында ул тәүге тапҡыр башҡорт генеалогик йылъяҙмаларын  башҡорттарҙың ХVI-ХIХ быуаттарҙағы ҡыҙыҡлы яҙма ҡомартҡыларын системаға һала һәм уларҙың юғары фәнни әһәмиәтен иҫбатлай.

Шәжәрәләрҙе сығарыу ғалимдың төбәктә сығанаҡтарҙы өйрәнеү өлкәһендә киң тикшеренеүҙәр йәйелдереү кәрәклеге тураһындағы фекерен нығыта. 1973 йылда уның инициативаһы менән СССР Фәндәр академияһы Археография комиссияһының Көньяҡ Урал бүлексәһе булдырыла, ул республика территорияһында боронғо баҫма китаптарҙы һәм ҡулъяҙмаларҙы асыҡлау, йыйыу һәм һаҡлауҙы ойоштороу буйынса эшмәкәрлекте йәйелдерә.

1971 йылда Мәскәүҙә СССР Фәндәр академияһының Этнография институтында Раил Кузеев «Башҡорт халҡының этник составы, урынлашыу тарихы һәм килеп сығышы (тарихи-этнографик тикшеренеү)» темаһына докторлыҡ диссертацияһын бик уңышлы яҡлай, уның материалдары, етди дөйөмләштереү үткәргәндән һуң, «Башҡорт халҡының килеп сығышы: этник составы, урынлашыу тарихы» фундаменталь монографияһының нигеҙе булып тора. Монографияла ғалим, башҡорт халҡының килеп сығышы оҙайлы тарихҡа эйә һәм Евразияның башҡа халыҡтарының этник тарихынан тыш ҡарала алмай, тип иҫбатлай.

70-се йылдар аҙағында  80-се йылдар башында ғалим, тарихи-этнографик өлкәләр теорияһын артабан үҫтереү буйынса уңышлы тикшеренеүҙәр үткәреп, тарихи-мәҙәни районлаштырыу менән бәйле теоретик проблемалар эшкәртеүгә тотона.

90-сы йылдар башынан алып ғалимдың ғилми тикшеренеүҙәрендә хәҙерге заман проблемалары ҙур урын биләй башлай. Этностың асылы тураһындағы фәнни теорияһының төп принциптарын нигеҙ итеп алып, Раил Ғүмәр улы этно-социаль һәм этно-милли процестарҙа үҙ социаль һәм этник нисбәт концепцияһын күтәрә.

2002 йылда үҙ уҡыусылары һәм коллегалары менән бергә «Башҡортостан халыҡтары: тарихи-этнографик очерктар» тигән фундаменталь китап сығарыу Раил Кузеевтың ғилми ижадында мөһим ваҡиға булып торҙо. Унда Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының демографик һәм этно-мәҙәни эҙемтәләренә тәрән анализ бирелә. Раил Кузеев етәкселегендә авторҙар коллективы тарафынан Башҡортостандың 12 халҡы тураһында энциклопедик хеҙмәт әҙерләнә.

Раил Ғүмәр улы Кузеев республикала билдәле шәхес булды. Ул йәмәғәт эшенә күп көс һәм энергияһын һалды, Өфөнөң почетлы гражданы булды. Ғалим булараҡ ҙур абруй ҡаҙанды. Республикала этнографияны ул иң юғары кимәлгә күтәрҙе.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Ғалимдар

 
Башҡортостан 450