Арҙаҡлы шәхестәребеҙЯҙыусылар, шағирҙар

Аксаков Сергей


Бөйөк рус яҙыусыһы Сергей Тимофеевич Аксаков үҙ әҫәрҙәрендә ижадында ғына түгел, яҙмышында ла ҙур роль уйнаған башҡорт еренең матурлығын данлай. Бала сағы үткән Дим йылғаһы, икһеҙ-сикһеҙ киңлектәр Сергей Аксаковта ғүмерлеккә сағыу тәьҫораттар ҡалдыра.

Ул 1791 йылдың 20 сентябрендә Өфөлә Күгәрсен слободкаһындағы йортта (хәҙерге Пушкин урамы) нәҫелле, әммә бай булмаған дворян ғаиләһендә тыуа. Бала сағын Ырымбур губернаһының Боғорослан өйәҙе Ново-Аксаково имениеһында һәм Өфөлә үткәрә, бында уның атаһы, Тимофей Степанович Аксаков, Юғары земство суды прокуроры булып хеҙмәт итә. Тәбиғәткә һөйөү бәләкәй Сережа Аксаковҡа атаһынан күсә, ә әсәһенә, Ырымбур наместнигы ярҙамсыһы ҡыҙы Мария Николаевна Зубоваға, был сифат бөтөнләй ят була.

Буласаҡ яҙыусы бәләкәйҙән үк балыҡ тоторға, һунарға сығырға ярата. Малайҙа тыумыштан тәбиғәтте өйрәнеүсе һәләте сағыла: Сергей яҙ яҡынлашыу билдәләрен күрә белә, ҡоштарҙың нисек оя ҡороуын һәм бала сығарыуын ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Халыҡ шиғриәте лә малайҙың эске донъяһына бик иртә килеп инә. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә ул әкиәтсе Пелагеяны онотолоп тыңлай. Пелагеяның әкиәт «һандығында» рус ҡына түгел, көнсығыш әкиәттәре лә күп була. Халыҡ йырҙары малайҙың күңелендә һәм хәтерендә юйылмаҫлыҡ тәьҫир ҡалдыра.

Ун йәшендә Сережа ҡасандыр Державин уҡыған Ҡазан гимназияһында уҡый башлай, ә 1805 йылда яңы ғына асылған Ҡазан университетына студент итеп алына. Бында уның әҙәбиәткә, театрға ҡыҙыҡһыныуы уяна  ул шиғырҙар яҙа, студенттар спектаклдәрендә уңышлы сығыш яһай. Университетты тамамлап бөтөрмәй, Аксаков 1808 йылда Петербургҡа күсә, бында Закондар төҙөү буйынса комиссияла һәм Дәүләт килемдары тураһында экспедицияла тәржемәсе булып хеҙмәт итә, Әммә уны әҙәби һәм театр тормошо үҙенә нығыраҡ тарта.

1811 йылдан Сергей Тимофеевич Мәскәүҙә йәшәй, ә биш йылдан һуң уның тормошонда мөһим ваҡиға була  ул үҙе өҙөлөп яратҡан Ольга Заплатинаға өйләнә һәм бергәләп үҙҙәренең Ново-Аксаково имениеһына ҡайтып китәләр. 1821 йылда Мәскәүгә китә, әммә оҙаҡҡа түгел  1822 йылдың йәйенән Аксаковтар Ырымбур губернаһының Надеждино ауылында йәшәйҙәр. Сергей Тимофеевичтың никахы бик уңышлы була  Аксаковтарҙың ун балаһы тыуа, балаларҙы тәрбиәләүгә улар бик иғтибарлы ҡарай. 1826 йылда Аксаковтар ғаиләһе Мәскәүгә күсә, 1832 йылға тиклем Сергей Тимофеевич цензор вазифаһын башҡара, 1833 йылдан 1838 йылға тиклем Константиновск межа училищеһы инспекторы булып хеҙмәт итә, һуңынан Межа институтының беренсе директоры була. Әммә элеккесә төп иғтибарын әҙәби һәм театр эшмәкәрлегенә бүлә, 1834 йылда баҫылған «Буран» очеркы Аксаковтың буласаҡ автобиографик һәм тәбиғәтте өйрәнеү әҫәрҙәренең прологы була. Был ваҡытта ул әҙәби һәм театр тәнҡитсеһе булараҡ әүҙем сығыш яһай.

1843 йылда Аксаковтар Мәскәү эргәһендәге Абрамцево ауылына күсенә, тиҙҙән Аксаковтарҙың йорто яҙыусылар һәм шағирҙар, рәссамдар һәм актерҙар, журналистар һәм тәнҡитселәр осрашҡан үҙенсәлекле бер мәҙәни үҙәккә әйләнә. 1847 йылда «Балыҡ тотоу тураһында яҙмалар» баҫылып сыға, ул ҙур уңыш ҡаҙана.

Өлкәнәйгәс, Сергей Тимофеевич ҡунаҡтарына йыш ҡына бала сағы үткән Волга аръяғы тәбиғәте тураһында һөйләй. Николай Васильевич Гоголь уның һөйләгәндәрен мауығып тыңлай һәм, быларҙың барыһы тураһында ла яҙһаң, ҡайһылай яҡшы булыр ине, ти. Һәм бына 1856 йылда «Ғаилә хроникаһы» һәм «Багров-ейәндең бала саҡ йылдары» китаптары сыға. Һуңғыһы тиҫтәләгән телдәргә тәржемә ителеп, бөгөн уны бөтә донъя уҡый.

50-се йылдарҙа яҙыусының сәләмәтлеге ҡырҡа насарая, һуҡырая башлай, әммә ул эшләүен дауам итә.

1859 йылдың 30 апрелендә (яңы стиль буйынса 12 майҙа) Аксаков Мәскәүҙә вафат була һәм Новодевичье зыяратында ерләнә.

Бөйөк яҙыусы хөрмәтенә 1991 йылда Өфөлә Сергей Тимофеевич Аксаковтың мемориаль Йорт-музейы асыла. Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фонды, Рәсәй Яҙыусылар союзы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы тәҡдиме буйынса БР Президенты Указы менән 1996 йылда С.Т. Аксаков исемендәге Бөтә Рәсәй әҙәби премияһы булдырыла. Ул өс йылға бер тапҡыр Рәсәй яҙыусыларына, публицистарына, әҙәби тәнҡитселәргә бирелә. Һуңғы 15 йылда Башҡортостанда йыл һайын Халыҡ-ара Аксаков байрамдары үткәрелә, улар Аксаковтарҙың бөйөк ижади мираҫын һаҡларға ярҙам итә.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Яҙыусылар, шағирҙар

 
Башҡортостан 450