Арҙаҡлы шәхестәребеҙЯҙыусылар, шағирҙар

Биишева Зәйнәп


Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, шағир, драматург. Революция һәм граждандар һуғышы осоронда башҡорт халҡының тормошон асыҡ сағылдырған эпик романдар ижад итеүсе. Замандаштары тураһында повестар һәм хикәйәләр, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн пьесалар һәм әкиәттәр авторы. Нескә лирик, уның шиғырҙары көйгә еңел һалына һәм йыр булып китә. Гоголь, Тургенев, Аксаков, Кассиль, рус һәм совет әҙәбиәтенең башҡа классиктарының әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеүсе. Был кешенең Рәсәй һәм донъя халыҡтары телдәрендә алтмыштан ашыу китабы баҫылып сыҡҡан. Һәм был – Зәйнәп Биишева.

Бәләкәй генә буйлы, мөләйем, типик башҡорт йөҙлө, уйсан ҡарашлы ҡатын – был юлдар авторының хәтерендә ул шулай һаҡлана. Уны яҙыусылар съездары президиумында, төрлө кәңәшмәләрҙә күп тапҡырҙар күрергә тура килә. Шулай, кәңәшмәләрҙең береһендә өлкә комитеты секретары, республика етәкселегенең яҙыусылар тураһында хәстәрлеген күрһәтергә теләп, сығыш яһағанында, алдында ятҡан доклад тексынан айырылып, аудиториянан:

- Ә һеҙ беләһегеҙме, Зәйнәп Абдулла ҡыҙы Башҡортостан китап нәшриәтенән үҙенең дүрт томлыҡ китабы өсөн күпме гонорар алды? – тип һораны.

Зал тынып ҡалды. Һүҙ Биишеваның тәүге әҫәрҙәр йыйынтығы хаҡында барҙы. Секретарь тынып торғандан һуң, сумманың йыйылыусыларға ҙур тәьҫир яһарына ышанып, уны атаны. Был һан артыҡ ҙур ҙа түгел ине, әммә уның йыллыҡ эш хаҡынан бер аҙ артыҡ булғас, уға бик ҙур булып күренгәндер инде. Ул хатта Биишева кеүек яҙыусының бер ниндәй ҙә эш хаҡы алмауы, ә пенсияһы бик бәләкәй булыуы хаҡында онотҡанмы, әллә бөтөнләй белмәгәнме…

- Был аҡсаны мин үҙ хеҙмәтем менән эшләп алдым,  тип яуап бирҙе юғары идеологик начальникка үҙ урынынан Зәйнәб Абдулла ҡыҙы.  Әгәр һеҙгә яҙыусы икмәге бик еңел һәм тәмле тойола икән, партия эшен ташлағыҙ ҙа, ҡәләмегеҙ менән аҡса эшләп ҡарағыҙ.

Эйе, яҙмыш уны бала сағынан уҡ бик иркәләмәй, ныҡлыҡҡа һынай. Иртә етем ҡала, 16 йәшенә генә дүрт класты тамамлай ала. Күп нәмәгә үҙ аллы эйә була. Зирәк ҡыҙҙы Ырымбурҙағы Башҡорт педагогия техникумына уҡырға ебәрәләр. Уның менән бер үк ваҡытта был техникумда буласаҡ яҙыусы-сатирик Сәғит Агиш та уҡый.

Эшһөйәр яҙыусы әҙәбиәттә ҙур ғүмер кисерә. Уның тәүге хикәйәһе 1930 йылда “Пионер” журналында баҫыла. Ә тәүге “Партизан малай” тигән китабы 1942 йылда сыға.

40-60-сы йылдарҙа уның “Көнһылыу”, “Сәйер кеше”, “Ҡайҙа һин, Гөлниса?”, “Уйҙар, уйҙар…” “Мөхәббәт һәм нәфрәт” кеүек киң билдәле китаптары баҫтырыла. Әммә уның иң төп хеҙмәте – “Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында” һәм “Емеш” романдары. Был трилогияһы өсөн Зәйнәб Биишеваға Салауат Юлаев исемендәге БР Дәүләт премияһы тапшырыла.

1996 йылдың август аҙағында уның ҡулынан ҡәләме төшә.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Яҙыусылар, шағирҙар

 
Башҡортостан 450