Арҙаҡлы шәхестәребеҙЯҙыусылар, шағирҙар

Бүләков Динис


Мәләүез районының күркәм Арыҫлан ауылы әҙәбиәткә яҙыусы Динис Бүләковты б үләк иткән. Арыҫлан ауылына Арыҫлан батыр нигеҙ һалған, ә уның улы Кинйә Арыҫланов Емельян Пугачев көрәштәше булған. Яҙыусының тыуған төйәгендә тарих үҙе үк рух камиллашыуына, шәхестең иң яҡшы һыҙаттарына саҡырған кеүек.

Күренекле башҡорт яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Динис Бүләков 1944 йылдың 18 майында Арыҫлан ауылында тыуған. Ул үҙенең тәүге хикәйәләр йыйынтығын «Ауылымдың аҡ өйҙәре» тип атай. Ни өсөн ул тыуған ауыл өйҙәре аҡ булған? Автор уйҙырмаһымы? Юҡ.

Яҙыусы Булат Рафиҡов китап исеме тураһында былай тигән: "Нөгөш буйҙарында аҡ балсыҡ ҡатламдары бар. Хужабикәләр аҡ балсыҡ менән йорт һәм мунса тыштарын аҡлай торған булған. Ул ваҡыттарҙа Нөгөш буйы ауыл өйҙәре көндөҙҙәрен һәм төндәрен дә аҡтан-аҡ булып ултырған.

Аҡ донъяла тыуған яҙыусы күңелле байрам кеүек уҙған күренеште  йорттарҙы аҡҡа буяуҙарын, кешеләр күңеленең яҡтылығын күрә. Күрә һәм «Ауылымдың аҡ өйҙәре „ хикәйәһен яҙа. Динис Бүләков хикәйәһе яҙыусының етди прозаик булыуы хаҡында дәлилләй“.

Динис Бүләков тормошо һәм ижады хаҡында Рауил Бикбаев былай ти: „Динис Бүләков йәйге ялын Урал урмандарында, Ағиҙел йылғаһы буйлап йөҙөп үткәрергә ярата ине. Ә сәйәхәт итеүҙә уға ҡаяларға, һыу өйөрмәләренә ҡаршы тороу оҡшай ине. Ағиҙел йылғаһы тик тәүәккәлдәргә һәм оҫталарға ғына буйһона. Шуға күрә миңә йылға Динис Бүләков ижады юлы символы булып тора.

Бүләков һәр ваҡыт тормош уртаһында ҡайнаны, ул уҡыусыларына үҙ һүҙен әйтергә ынтылды. Быларҙың барыһы ла яҙыусы әҫәрендә сағылды“.

Еңеүҙең 45 йыллығын байрам иткән ваҡытта Динис Бүләковҡа бер йәш була. Ул атаһын фотографиялар буйынса ғына белә. Смаҡ ауылында ете класты, Воскресенский ҡасабаһында урта мәктәпте тамамлай. Күпмелер ваҡыт колхозда механизатор булып эшләй, Бәләбәй ауыл хужалығы техникумында уҡый һәм „Знамя Победы“ гәзитендә эшләй. Аҙаҡ өс йыл армия сафында хеҙмәт итә. Унан һуң инде Өфөлә „Совет Башҡортост аны“ гәзитендә, „Ағиҙел“ журналында эшләй. Динис Бүләков Мәскәүҙә Горький исем ендәге әҙәбиәт институтында ситтән тороп уҡый.

Динис Бүләковты „Пионер“ журналы мөхәррире, Башҡортостандың телевидение һәм радио тапшырыуҙары комитеты рәйесе, Яҙыусылар союзы рәйесе булараҡ беләләр. Ул ижад иткән „Ҡояш ярсығы“, „Һары һандуғас балаһы“, „Упҡын ситендә бейеү“, „Саған япраҡ яңырта“ , „Килмешәк“ һәм „Ғүмер бер генә“ кеүек әҫәрҙәрен уҡыусылар яратып уҡый. Уның һуңғы әҫәре Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.

1995 йылдың 14 мартында Динис Бүләков беҙҙең аранан китте. Уны һуңғы юлға оҙатҡанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим әйткән һүҙҙәр:

- Беҙ изгеләрҙән дә изге кеше менән хушлашабыҙ. Ул һәр ваҡыт кешеләрҙе һүҙе, эше, йылмайыуы менән ҡыуандырырға ашыҡты. Дуҫтары тураһында бер ваҡытта ла яман һүҙ ишетмәнем. Ул үҙенең тыуған Башҡортостанын, бар донъяны яратты. Динис Бүләков булған ерҙә бушлыҡ һиҙелмәне. Ул китте… Үҙе менән яҙылмаған китаптарын алып китте… Ә ул ҡалдырған китаптар халыҡҡа хеҙмәт итәсәк».

Динис Бүләков ҡәберенә һәйкәл ҡуйылған. Ул йәшәгән йортта «Был йортта 1981-1995 йылдарҙа күренекле башҡорт яҙыусыһы Динис Бүләков йәшәгән» тип яҙылған таҡтаташ беркетелгән.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Яҙыусылар, шағирҙар

 
Башҡортостан 450