Довлатов Сергей
Сергей Довлатов 1941 йылда эвакуацияла, Өфөлә, тыуа, 1990 йылдың 24 авгусында эмиграцияла – Нью-Йоркта вафат була. Уның башлыса автобиографик әҫәрҙәрендә өс ҡала – Питер, Таллин һәм Нью-Йорк осрай. Өфө бөтөнләй телгә алынмай. Хәйер, берәү бар.
“… Тәүге әҙәби импульс – бына нимәнән башлайым. Был 1941 йылдың октябрендә була. Башҡортостан, Өфө, эвакуация, мин өс аҙналыҡ ғына. Әсәйем коляска менән Бульвар буйлап китеп барған. Һәм уны таныш булмаған кеше туҡтатҡан.
Әсәйем, уның йөҙө йәмһеҙ һәм бойоҡ ине, ти. Ә иң мөһиме – ауыл ирҙәренеке кеүек, үтә ябай. Ул нимәһе менәндер мәғәнәле лә булғандыр, тип уйлайым. Юҡһа, әсәйем ғүмер буйына хәтерләмәҫ ине.
- Ғәфү итегеҙ, тип ҡыйыу рәүештә туҡтата ул, мин был малайҙы семтеп алғым килә. Әсәйем асыуланып китә.
- Бына биғәйбә, ти әсәйем, һеҙ, бәлки, мине лә семтергә теләрһегеҙ…
- Юҡтыр, моғайын, тип тынысландыра уны таныш булмаған кеше. Һуңынан: Хәйер, бер минут элек яуап бирер алдынан уйланыр инем, ти.
- Һуғыш бара, ти әсәйем бер аҙ тынысланып, изге һуғыш! Ысын ирҙәр алғы һыҙыҡта һәләк була. Ә ҡайһы берәүҙәр бульвар буйлып йөрөп, сәйер һорауҙар бирә.
- Эйе, тип ризалаша таныш булмаған кеше, һуғыш бара. Ул беҙҙең һәр беребеҙҙең күңелендә бара. Хуш булығыҙ. – Һуңынан өҫтәп: Һеҙ минең йөрәгемде яраланығыҙ… ти.
Быға 32 йыл үтә. Һәм бына мин Андрей Платонов тураһында мәҡәлә уҡыйым. Баҡһаң, Платонов Өфөлә йәшәп киткән икән. Дөрөҫ, оҙаҡ түгел. 41-се йылдың окятбрендә генә. Һәм бында ул ҡазаға тарый. Бөтә ҡулъяҙмалары менән сумаҙаны юғала. Мине семтеп алырға теләгән кеше Андрей Платонов булған.
Мин был осрашыу хаҡында дуҫтарыма һөйләнем. Төшөнкө күңелле кешеләр, был бәлки, Андрей Платонов булмағандыр, тинеләр. Сәйер кешеләр аҙмы ни? Буш һүҙ, йәнәһе”.
(Сергей Довлатов. “Ремесло” – 1-се өлөшө. “Невидимая книга”).
Ә Сергей менән беҙ 1978 йылда Нью-Йоркта таныштыҡ. Уның Нью-Йоркка килгән генә сағы ине, ә мин бер йыл “Новое русское слово” гәзитендә эшләп йөрөй инем, бында уның ҡатыны Лена ла эшләй ине, ул ҡыҙы менән бер йыл алдараҡ килгән.
Сергей иһә әсәһе һәм фокстерьер Глаша менән һуңыраҡ килде. Ул Ленаны ҡаршы алырға килгәйне, һәм беҙ уның менән урамда таныштыҡ. Бер 15 минуттан “һин”гә күсеп, күптәнге таныштарҙай һөйләшеп киттек. 12 йыл аралаштыҡ, һәр иртә һайын шылтыратып хәлдәрҙе белешә торғайныҡ.
Довлатов яҙыусы-беллетрист түгел ине. Ул сюжеттарҙы ла, образдарҙы ла уйлап сығарманы. Ул ысын булған хәлдәр нигеҙендә яҙҙы. Бына ни өсөн ул әле булһа актуаль. Довлатов-яҙыусының төп сифаты – зауыҡ һәм сама белеү. Ул бер ниндәй ҙә хәйләкәрлек ҡормай.
- Ул классикмы?
- Уны классик тип иҫәпләргә мөмкинме? Эйелер, моғайын. Уны беренсе булып классик тип Бродский атаны. Сергейҙың вафатынан һуң бер йыл үткәс, Бродскийҙан мин уның тураһында яҙыуын үтендем. Ә Бродский уны бик ярата ине. Ул, Довлатов – минең өсөн әҫәрҙәрен аҙағына тиклем уҡып бөтөргән берҙән-бер хәҙерге заман рус прозаигы, тине.
- Петр, уны бында таныһындар өсөн уға мотлаҡ тегендә китергә кәрәк инеме?
- Минеңсә, үҙгәртеп ҡороуҙан һуң ул үҙ юлын табыр ине. Ул осраҡлы ғына сығып китмәне бит. Ул китаптары менән ысын яҙыусы булырға теләне. Ә Советтар Союзында ул быға өлгәшә алманы. Ул Питерҙан Таллинға күсте, эмиграцияға юлланды, уның хыялы яҙыусы булыу ине. Һәм ул Америкала быға өлгәште. Был осраҡлы күренеш түгел. Довлатовта америка әҙәбиәте – һүҙбәйләнештәрҙең ҡыҫҡалығы, образдарҙың аныҡлығы, ябайлыҡ – йоғонтоһо күренә. Рус әҙәбиәтенә бөтә нәмәне – дәртте, образдарҙы, телде – ҡабартыу хас, ә американыҡына – тотанаҡлыҡ. Америкала ул ысын яҙыусы була, был уға йоғонто яһамай ҡалмай. Шулай ҙа уның иң яҡшы әҫәрҙәре эмиграцияға тиклем яҙылған. “Компромисс”, “Зона”, “Заповедник” – был уның иң яҡшы китаптары, минеңсә.
Автор Петр Вайль менән осрашыу ойошторғаны өсөн “Из первых уст” региональ журналистика клубына (Мәскәү) рәхмәт белдерә.
|
|
Яҙыусылар, шағирҙар |