Арҙаҡлы шәхестәребеҙЯҙыусылар, шағирҙар

Иванов Константин


Бәләбәй районының Ыҫлаҡбаш ауылы үҙәк майҙанында барельефлы шымартылған ҡара нидерланд гранитынан һәйкәл тора. Унда: “Сыуаш халыҡ шағиры һәм сыуаш әҙәби телен булдырыусы Константин Васильевич Иванов. 1890-1915”, тип яҙылған.

Бында 1890 йылдың 27 майында сыуаш әҙәбиәтенең буласаҡ классигы һәм, һәйкәл-обелискыла яҙылғанса, “сыуаш әҙәби телен булдырыусы” тыуған.

Тыуған яҡты өйрәнеүсе ғалим Алексей Кондратьевтың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Константин Ивановтың атаһы Василий Николаевич Ыҫлаҡбашта бай һәм белемле крәҫтиәндәрҙең береһе була. Уның бөтә балалары (ә улар һигеҙ була) яҡшы белем ала. Константин да ситтә ҡалмай.

1902 йылда Сембер сыуаш уҡытыусылар мәктәбенә уҡырға китә. Ләкин ул йылды мәктәпкә ҡабул итеү булмай. Кире ҡайтып, Константин Иванов Бәләбәй ҡала училищеһында уҡый. Элекке училище бинаһында таҡтаташ ҡуйылған, ә урамдарҙың береһе Иванов исемен йөрөтә. 1903 йылдың көҙөндә Константин мәктәптең әҙерлек (ике йыллыҡ) класында уҡый башлай. Беренсе класта уҡығанында уҡыусылар забастовкаһында ҡатнашҡан өсөн Иванов 37 уҡыусы иҫәбендә мәктәптән ҡыуыла. Ул тыуған ауылына ҡайтып китергә мәжбүр була.

1907 йылдың көҙөндә сыуаш мәғрифәтсеһе И.Я. Яковлев үҙ уҡыусыһын Сембергә саҡыртып ала. Иванов дини китаптарҙы сыуаш теленә тәржемә итеү һәм баҫып сығарыу буйынса комиссияла эшләй башлай. Шул уҡ ваҡытта рус шиғриәте классиктарының шиғырҙарын, М.Ю. Лермонтовтың “Песня про купца Калашникова” поэмаһын тәржемә итә һәм үҙ әҫәрҙәрен ижад итә. “Тол ҡатын” балладаһы барлыҡҡа килә. Унда шағир ХХ быуат башына хас булған проблемаларҙы асып бирергә маташа.

Семберҙә 1909 йылда Иванов халыҡ уҡытыусыһы исеменә имтихан тапшыра һәм Сембер уҡытыусылар мәктәбе эргәһендәге ҡатын-ҡыҙҙар училищеһында таҙа яҙыу һәм рәсемдән уҡыта башлай. Ул күп эшләй – рус әҙәбиәте классиктарының әҫәрҙәрен туған теленә тәржемә итә. Сыуаш әлифбаһын иллюстрацияларға ярҙам итә, яңы шиғырҙар, поэмалар яҙа.

Ул ауыр сиргә  туберкулезға дусар була, дауаланырға Константин Иванов Ыҫлаҡбашҡа ҡайтып китә. Ләкин сир көсәйә, һәм 1915 йылдың 13 мартында ул вафат була. 25 йәшлек шағирҙы һуңғы юлға оҙатыуға бөтә ауыл сыға.

…Ыҫлаҡбаш. Ауыл уртаһында 1906 йылда һалынған ныҡлы, бер ҡатлы таш йорт. БАССР халыҡ комиссарҙары Советының 1939 йылда ҡабул ителгән ҡарары буйынса бында музей асыла.

Өйҙә өс бүлмә. Унда Ивановтың тормошо һәм ижады тураһында экспозициялар ҡуйылған, уның шәхси һәм үҙе эшләгән әйберҙәре, скульптура бюсы һәм Сыуашстан рәссамдары эшләгән портреттар бар.

Ивановтың акварель һүрәттәре, ҡулъяҙмалары, Лермонтовтың «Песня про купца Калашникова» поэмаһының сыуаш теленә тәржемәһе ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Музейҙа К.В. Ивановтың иллюстрациялары менән уҡытыусы И.Т. Трофимов төҙөгән 1912 йылғы сыуаш әлифбаһы һаҡлана. Шағир яһаған фотоһүрәттәр ҙур әһәмиәткә эйә.

Йыл һайын К.В. Ивановтың Йорт-музейында йөҙәрләгән туристар була. “Сыуаш халҡы шундай бөйөк таланты менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Ун һигеҙ йәшлек Константин Иванов “Нарспи” поэмаһын яҙып, үҙен үлемһеҙ яһай. Йылдар, быуаттар үтер, әммә Ивановтың исеме халыҡ хәтеренән мәңге юйылмаҫ”,  ти Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Яҙыусылар, шағирҙар

 
Башҡортостан 450