Кәрим Мостай
Мостай Кәрим бөйөк башҡорт шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, граждан һәм яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре. Башҡорт халҡының данлы улы Мостай Кәрим донъя әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе, башҡорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәрҙе. Үҙенең бар көсөн һәм талантын ул бөгөнгө Башҡортостандың ҡабатланмаҫ образын һүрәтләүгә бағышланы. Уның китаптары тиҫтәләрсә телдәргә тәржемә ителгән. Ил өсөн ауыр һынылыш мәлдәрендә лә ул өндәшмәй ҡала алманы. Аҡыллы һүҙе халыҡ араһында ҡайтауаз булып яңғыраны. Һәр кем өсөн туғанындай яҡын кеше булды. Халыҡ уны юғары әҙәби маһирлығы, таланты һәм кешелек сифаттары өсөн яратты.
Мостафа Сафа улы Кәримов (Мостай Кәрим) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Шишмә районында Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Үҙенең шиғырҙарын буласаҡ шағир алтынсы синыфта яҙа башлай. 16 йәшендә тәүге шиғырҙар тупланмаһын баҫтыра. 1935 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетына уҡырға инә, уны 1941 йылда тамамлай.
Институтты тамамлағандан һуң Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Муром элемтә училищеһына йүнәлтмә ала. 1942 йылдың майында кесе лейтенант вазифаһында 17 се мотоуҡсылар бригадаһына артдивизиондың элемтә начальнигы итеп ебәрелә. 1942 йылдың авгусында ҡаты йәрәхәтләнә, ярты йыл тирәһе госпиталдәрҙә дауалана. Һауығып сыҡҡас, Воронеж фронтының «За честь Родины» һәм 3 сө Украина фронтының «Советский воин» гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Еңеүҙе Венала ҡаршы ала. Был һуғыш тураһында һуңынан ул бик күп яҙа, йәштәр менән һөйләшә.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң Мостай Кәрим үҙен тулыһынса ижади һәм йәмәғәт эшмәкәрлегенә арнай. СССР Яҙыусылар союзы һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы эшендә әүҙем ҡатнаша. 1951 1962 йылдарҙа БАССР Яҙыусылар союзы рәйесе, 1962 1984 йылдарҙа РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретаре вазифаһын башҡара.
Мостай Кәримдең ижади эшмәкәрлеге үткән быуаттың 30-сы йылдар уртаһында башлана. Ул йөҙҙән ашыу шиғырҙар һәм проза әҫәрҙәре йыйынтыҡтары, тиҫтәнән артыҡ драматургия әҫәрҙәре авторы. Лайыҡлы рәүештә башҡорт әҙәбиәтенең классигы булып һанала. Башҡорт әҙәбиәтенең алтын фондына ингән «Айгөл иле», «Йәйәүле Мәхмүт» драмалары, «Ҡыҙ урлау» комедияһы, «Ай тотолған төндә», «Салауат», «Ташлама утты, Прометей!» трагедиялары, «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Оҙон оҙаҡ бала саҡ», «Ярлыҡау» повестары һәм башҡа бик күп әҫәрҙәре быға дәлил. Улар юғары фәлсәфәүи мәғәнә, ысын гражданлыҡ, ҡанатландырғыс изгелек һәм романтизм рухы менән һуғарылған. Алтын көҙөнә тиклем йәшлек ялҡынын, яҡты ихласлыҡ, изгелек һәм кешелеклелек тойғоларын һаҡлап ҡалыусы бөйөк романтик булды ул. Сиһеҙ ихлас, алсаҡ кеше булараҡ, ул беҙҙең өсөн һәр саҡ өмөт һәм ышаныс сығанағы булып торҙо.
Милли байлыҡ тигән төшөнсә бар. Мостай Кәрим ул беҙҙең милләтебеҙ хазинаһы, күп милләтле илебеҙҙең дөйөм кешелек мәҙәниәте ынйыһы. Ул шағир ҙа, яҙыусы ла, фәйләсүф тә, дипломат та булды. Бөгөн Рәсәйҙә Мостай Кәримде белмәгән кешене эҙләп табыуы бик ҡыйын. Сит илдәрҙә лә был исем билдәлелек яуланы. Уның әҫәрҙәре донъяның күп телдәренә тәржемә ителде, бик күп милли мәҙәниәттәрҙең органик өлөшөнә әйләнде. Рәсәй, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Тажикстан, Әзербайжан, Украина, Белоруссия, Төркиә, Ҡытай, Болгария һәм башҡа илдәр Мостай Кәрмдең юғары әҙәби оҫталығы, бай ижади мираҫы алдында баш эйә.
Мостафа Сафа улы киң йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. КПСС съездарына делегат итеп һайлана, 1955 1980 йылдарҙа РСФСР ҙың Юғары Советы депутаты, РСФСР Юғары Советы Президиумы Рәйесе урынбаҫары, БАССР Юғары Советы депутаты була. Оҙайлы йылдар дауамында Башҡортостандың тыныслыҡты яҡлау комитеты рәйесе, СССР Министрҙар Советы эргәһендәге Ленин һәм Дәүләт премиялары буйынса комитет ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының Президент советы ағзаһы… Йәшәҙәбиәтселәрҙе тәрбиәләүгә индергән өлөшө тураһында ла бик күп һөйләргә мөмкин.
Мостай Кәримдең эшмәкәрлеге дәүләт тарафынан юғары баһалана. М. С. Кәримов Социалистик Хеҙмәт Геройы, РСФСР -ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы, СССР ҙың Дәүләт премияһы, Ленин премияһы, РСФСР ҙың К. А. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге премияһы, М. Шолохов исемендәге Халыҡ ара премия лауреаты, ике Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, «Почет билдәһе» ордены, Iһәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, IIһәм III дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн», Салауат Юлаев ордендары менән наградланған.
Мостай Кәрим үҙ иленең бөйөк кешеһе. Республикабыҙ үҫешенә бәйле көнүҙәк һорауҙарға ҡағылышлы үҙ фекерен ул асыҡ һәм ҡыйыу белдерҙе. Мостай Кәримде бөйөк Ватаныбыҙ Советтар Союзы тарҡалыуы бик борсолдорҙо. Һуңғы ауыр йылдарҙа ватандаштарыбыҙ өлөшөнә төшкән бәләләрҙе үҙ ҡайғыһы кеүек күреп ҡабул итте ул. Советтар Союзының Коммунстар партияһы идеологияһы һәм йолаларына хөрмәт менән ҡараны. «Партия нисек кенә аталмаһын, әгәр халыҡҡа яҡын икән, тимәк ул өмөт партияһы. Кеше өмөтһөҙ йәшәй алмаған кеүек, йәмғиәт тә халыҡҡа ярҙам итеүсе көскә мохтаж», тине ул.
Мостафа Сафа улы кеүек кешеләр һирәк, уның йөрәгендә һәр саҡ изгелекле мөнәсәбәт, бәлә килгәндә лә, шатлыҡта ла халыҡ араһында булыу теләге йәшәне. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, һәр саҡ уҡыусылары эргәһендә булды, улар менән һөйләште, шикләнеүҙәре һәм өмөттәре менән уртаҡлашты, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәне.
Мостай Кәрим 86-сы йәшендә, 2005 йылдың 21 сентябрендә вафат булды. Өфөнөң Мосолмандар зыяратына ерләнде.
|
|
Яҙыусылар, шағирҙар |