Насыри Имай
Имай Насыри (Имаметдин Низаметдин улы Насыров) 1898 йылдың 12 октябрендә хәҙерге Стәрлетамаҡ районы Түбәнге Уҫылы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Һәр нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан егетте Стәрлетамаҡҡа уҡырға ебәрәләр, әммә уға мәктәпте тамамларға тура килмәй. Империалистик һуғыш башланыу менән тыуған ауылына әйләнеп ҡайта, атаһына хужалығында ярҙам итә. 1919 йылда ул Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Ҡыҙыл Армия һәм политработниктар әҙерләү курстары буласаҡ яҙыусының сәйәси сынығыу мәктәбе була. Урал фронтында хәрәкәт итеүсе башҡорт бригадаһы политчасы Имай Насыриҙы Көҙәй кантоны (хәҙерге Иглин районы) хәрби комиссариатына агитатор-ойоштороусы итеп ебәрә. Һуңыраҡ Насыри Башҡорт республикаһы милицияһының политкомиссары сифатында Башҡортостанда Совет власын урынлаштырыу өсөн көрәш алып бара. 1921 йылда Имай Насыри РКП(б)ның Х съезы делегаты итеп һайлана һәм Кронштадт фетнәһен баҫтырыуҙа ҡатнаша.
20-се йылдарҙың икенсе яртыһында Имай Насыри журналист, мөхәррир һәм яҙыусы булып китә.
Имай Насыриҙың ижади мираҫы төрлө шиғырҙар һәм баллада, хикәйәләр һәм мәҡәләләр, повестар һәм романдар. Шулай ҙа уҡыусыға ул иң элек ҙур проза оҫтаһы, киң билдәле “Сибай”, “Еңелгән ятыу” повестары, “Көҙәй” тарихи-революцион романы авторы булараҡ билдәле.
Әҙәбиәткә Имай Насыри һуғыштар утында сынығып килә. Артабан ул ваҡытлы баҫмаларҙың: “Белем”, “Сәсән” журналдарының, сатирик “Керпе” журналының баш мөхәррире булып эшләй. 1931 йылдан “Коммуна” гәзите мөхәррире була. Үҙ ижади эшен партия эше менән бергә алып бара. 1937 йыл ваҡиғалары башланғанда Имай Насыри “Коммуна” гәзите мөхәррире булып эшләп йөрөгән була. Туған әҙәбиәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән иң һәләтле башҡорт прозаһы оҫталарының береһенең ижади эшмәкәрлеге шул саҡта өҙөлә лә инде. Ул 1942 йылдың 29 мартында һәләк була.
Имай Насыри үлгәндән һуң реабилитациялана.
1969 йылдың майында Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты ҡарары менән Калинин районында Имай Насыри бульвары барлыҡҡа килә. Ул йәшәгән йортҡа таҡтаташ ҡуйыла.
|
|
Яҙыусылар, шағирҙар |