Чванов Михаил
Михаил Чванов һуғыш аҙағында Башҡортостандың Салауат районы Иҫке Михайловка ауылында донъяға килә. Геолог булырға хыяллана, әммә сәләмәтлеге арҡаһында Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инергә мәжбүр була. Әммә барыбер ул хыялына ирешеүгә яҡынлаша: сәләмәтлеге уға спелеолог, мәмерйәләрҙе өйрәнеүсе һөнәрен үҙләштерергә ҡамасауламай. Һәм Чванов беренсе булып Уралдың иң ҙур мәмерйәләр системаһы Сумған Ҡотоҡ упҡынын тикшереүсе экспедиция, шулай уҡ Сигизмунд Леваневскийҙың «ДБ А» легендар самолетын эҙләү буйынса бөтә союз экспедицияһы етәксеһе һәм спелеолог булып сығыш яһай. Бөгөн мәмерйәләрҙең береһе уның исемен йөрөтә, был спелеолог өсөн юғары наградаға тиң.
Бынан тыш, Михаил Андреевич күп кенә китаптар проза һәм публицистика авторы булараҡ билдәле, ул Рәсәйҙең абруйлы Ҙур әҙәби премияһы, Константин Симонов һәм Сергей Аксаков исемендәге премиялар лауреаты, Аксаков фонды рәйесе, Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фондының вице президенты.
Шулай уҡ 2000 йылда Михаил Чванов Рус Православие Сиркәүенең өсөнсө дәрәжә Сергий Радонежский орденына лайыҡ була.
Күпселек осраҡта Чвановтың инициативаһы һәм уның туранан-тура ҡатнашлығында Башҡортостанда «бөйөк рус әҙәбиәтенең мәҙәни ҡурсаулыҡтары» Аксаков урындары тергеҙелә яҙыусы «Аксаковтар ғаиләһе онотолған йәки формаль рәүештә генә хөрмәтләнгән осраҡта Рәсәйҙең киләсәге лә булмаясаҡ» тип һанай. Михаил Чванов Сергей Тимофеевичтың тыуған яғында Аксаковтарҙың йортон тергеҙеүгә өлгәшә һәм уның янындағы инде шартлатырға әҙерләнгән сиркәүҙе яңырта. Бөгөн был сиркәү бер ваҡытта ла буш тормай.
2006 йылдың июль айында Михаил Андреевич үҙенең 60 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Үткәнгә әйләнеп ҡарап, уның, һис шикһеҙ, ғорурланырлыҡ урыны бар. Үҙен бағышлаған эше уға замандаштары араһында танылыу яуларға һәм ихлас рәхмәт һүҙҙәрен ишетергә мөмкинселек бирҙе.
Яҙыусы Уралдың иң ҙур мәмерйәләрен, Евразия вулкандарының кpатepҙарын тикшереү, Памир, Чукотка, юғалған поляр экспедицияларҙы эҙләү, Югославия, Яҡын Көнсығыш кеүек ҡыҙыу нөктәләрҙә булыуы тураһында хәтерләр һәм һөйләр өсөн темалары бик күп.
Танылған яҙыусы Михаил Чвановҡа "Мы русские? Всего мира и утешение" тип аталған повестар, хикәйәләр һәм очерктар йыйынтығы өсөн Рәсәй яҙыусылар союзының беренсе дәрәжә Ҙур әҙәби премияһы тапшырылды.
Йыйынтыҡҡа төрлө йылдарҙа яҙылған әҫәрҙәр проза һәм публицистика, крайыбыҙҙы һаҡлаған Алла Анаһы Табын тәреһенә арналған тикшеренеү эштәре тураһында повесть та ингән.
|
|
Яҙыусылар, шағирҙар |