Арҙаҡлы шәхестәребеҙЯҙыусылар, шағирҙар

Йәнәби Төхвәт


Төхвәт Йәнәби Рәсәй әҙәбиәттәренән иң йәш – башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалған яҙыусылар когортаһына ҡарай.

Көн һайын ул Карл Маркс урамындағы 17/19 йорттоң икенсе подъезынан сығып, “Башҡортостан” гәзите, “Октябрь” журналы редакцияһына, нәшриәткә ашыҡты.

Тухват Янаби (Тухватулла Калимуллович Калимуллин) родился 16 февраля 1894 года в Миякинском районе. Несмотря на бедность родители-крестьяне дали возможность сыну поступить в медресе в селе Стерлибашево. Попытки же продолжать учебу в Оренбурге, в медресе «Хусаиния», не увенчались успехом.

В 1917 году Янаби был призван на службу в царскую армию. Там он переходит на сторону революции и вступает в партию большевиков. После окончания специальных курсов политотдела Башкирского военного комиссариата ведет партийную и культурно-просветительную работу в различных кантонах Башкирии. Этому способствовала учеба в Коммунистическом университете имени Я.М.Свердлова в Москве.

Төхвәт Йәнәби (Төхвәтулла Кәлимулла улы Кәлимуллин) 1894 йылдың 16 февралендә Миәкә районында тыуған. Ярлы булыуҙарына ҡарамаҫтан, крәҫтиән ата-әсәһе улдарына Стәрлебаш ауылындағы мәҙрәсәгә уҡырға инеү мөмкинлеге бирә.

1917 йылда Йәнәби батша армияһына хеҙмәткә саҡырыла. Унда ул революция яғына күсә һәм большевиктар партияһы сафына инә. Башҡорт хәрби комиссариаты политбүлегенең махсус курсын тамамлағас, Башҡортостандың төрлө кантондарында партия һәм мәҙәни-ағартыу эше алып бара.

Йәмәғәт эше менән әүҙем шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан, ул әҙәби ижадҡа ла күп ваҡыт бүлә. Гәзит һәм журналдарҙа уның башҡорттар тормошондағы революцион үҙгәрештәрҙе данлаған шиғырҙары һәм поэмалары баҫылып сыға.

Поэма – утыҙынсы йылдар башҡорт шиғриәтендә мөһим ваҡиға. Йәнәбиҙең ижади мираҫында бер нисә поэма: “Еңеүселәр иле”, “Боролмалы юлдар”, “Хеҙмәт юлынан”.

Башҡорт әҙәбиәте тарихында Төхвәт Йәнәби прозаик булараҡ та билдәле. Уның хикәйәләренә лә милли үҙенсәлек һәм халыҡ юморы хас. Яҙыусы халыҡ шиғриәт ижады образдары, телдең лексик байлығы менән оҫта файҙалана. Ул актуаль темаларға публицистик мәҡәләләр ҙә яҙа. Ә уның “1919-1924 йылдарҙағы Башҡортостан ваҡытлы матбуғаты” тигән эше республикала журналистика үҫешен тикшереүгә башланғыс һала.

1937 йылда Төхвәт Йәнәби репрессияға эләгә. 1938 йылдың 10 июлендә атып үлтерелә.

Өфөнөң Калинин районында, Инорстағы урам яҙыусының исемен йөрөтә.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Яҙыусылар, шағирҙар

 
Башҡортостан 450