Бабич Шәйехзада
Көнсығыш халҡында “Бөйөк кешеләр – улар донъяны яҡтыртыу өсөн үҙ-үҙҙәрен тоҡандырыусы метеорҙар” тигән тәрән мәғәнәле һүҙҙәр бар. Шиғриәт офоғонда сағыу йондоҙ булып балҡыған башҡорт нәфис һүҙенең мәшһүр оҫтаһы Шәйехзада Бабичты беҙ тап шундай тип беләбеҙ.
Шәйехзада Бабич 1895 йылдың 2 (15) ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге Дүртөйлө районы Әсән ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Өфөнөң революцияға тиклемге Рәсәйҙә киң билдәле “Ғәлиә” мәҙрәсәһен тамамлаған. Ҡаҙағстанда балалар уҡытҡан. Унда ҡаҙаҡ аҡындары менән тығыҙ аралашҡан, Абай Ҡунанбаевтың әҫәрҙәрен мауығып уҡыған, уның тәржемәһендә тәүге тапҡыр Лермонтов шиғырҙары менән танышҡан.
Бабичтың тәүге шиғырҙары 1910-1911 йылдарға ҡарай. Бабич шиғриәте бай һәм төрлө. Уның шиғырҙары һәм поэмалары теленең еңел һәм тәрән мәғәнәле, фекерҙәренең асыҡлығы һәм тойғоларының эскерһеҙлеге менән айырылып тора. Бабич әҙәбиәткә ХIХ быуатта Аҡмулла индергән юмор һәм сатираны яңы бейеклеккә күтәрә алыуы менән дә дан яулай.
Шәйехзада Бабичтың ғүмере бик ҡыҫҡа була (уны 1919 йылдың 28 мартында үлтерәләр). Әммә шағир башҡорт халҡының милли ғорурлығы булырлыҡ мөһим әҙәби мираҫ ҡалдыра.
|
|
Яҙыусылар, шағирҙар |