Арҙаҡлы шәхестәребеҙЯҙыусылар, шағирҙар

Ямалетдин Мәүлит


 Мәүлит Ямалетдин – мәшһүр ҡаҙаҡ шағир-аҡыны Джамбул Джабаевтың тыуған илендә  Сарагач ауылында һәм Алма-Ата ҡалаһында үткәрелгән Халыҡ-ара төрки шиғриәте фестивале лауреаты. Ул Учалы районының Аһылай ауылында тыуған. Өфө музыка-педагогия училищеһын тамамлағандан һуң, хеҙмәт эшмәкәрлеген Баймаҡ мәктәп-интернатында музыка уҡытыусыһы булып башлай. Шул саҡта шиғырҙар ҙа яҙа башлай. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң яңынан төрлө уҡыу йорттарында музыканан уҡыта, башҡорт халыҡ үҙәге менән етәкселек итә һәм әҙәби ижад менән шөғөлләнеүен дауам итә.

1978 йылда уның “Ирәмәл” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы, һуңынан “Ай ҡыҙы” тигән шиғырҙар һәм әкиәттәр китабы донъя күрә. Уның стиленә башҡорт халыҡ ижадының бай традицияларын, сәсән-импровизаторҙар алымдарын ҡулланыу хас. Ул күп яҙып ҡына ҡалмай, даими рәүештә республика сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнаша һәм еңеп сыға. Ҡырҡ йәшендә  Мәскәүҙә юғары әҙәби курстарҙы, 54 йәшендә Башҡорт дәүләт университетының экстернатураһын тамамлай. Дүрт йыл БР Дәүләт Йыйылышы Секретариатының бүлек мөдире булып эшләй. Әммә ҡайҙа ғына эшләмәһен, Мәүлит Ямалетдин үҙенең төп шөғөлөнә тоғро ижадсы булып ҡала. Ул тарихи повестар ҙа яҙа.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Яҙыусылар, шағирҙар

 
Башҡортостан 450