Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәге
“Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәге” дәүләт учреждениеһы Рәсәйҙә иң яҡшыларҙың береһе булып танылған. Ысынлап та, Башҡортостан учреждениеһының эш тәжрибәһе ҙур иғтибарға лайыҡ. Бында күп мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн бөтә шарттар булдырылған. Үҙәктә умартасылыҡ продукцияһы эшкәртелә, умартасылыҡ һәм апитерапия өлкәһендә ғилми тикшеренеүҙәр үткәрелә, техник документация эшкәртелә, фәнни-эксперимент станцияларында селекция эше алып барыла. Бынан тыш, республика умартасылары үҙәктең дүрт зона филиалы аша кәрәкле инвентарь һәм ветпрепараттар менән тәьмин ителә.
Үҙәк белгестәре Рәсәйҙең Урал һәм Волга буйы төбәктәре өсөн яңы “Башҡорт” тоҡомо тибын сығарыу программаһын тормошҡа ашырыуға әүҙем ҡушылды. Махсус рәүештә был маҡсатта 54 умартаһы булған алты фәнни-эксперимент станцияһы менән ҙур селекция үҙәге төҙөлә, унда бөгөн биш меңдән ашыу бал ҡорто күсе тотола. Был селекция үҙәге тоҡомсолоҡ заводы статусы алды.
“Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәге” дәүләт учреждениеһында 25 йүнәлеш буйынса ғилми тикшеренеүҙәр алып барыла, шул иҫәптән республика территорияһында юғары сифатлы умартасылыҡ продукцияһы етештереү өсөн экологик уңайлы зоналарҙы асыҡлау; төрлө ауырыуҙарҙы дауалағанда умартасылыҡ продукттарының клиник һөҙөмтәлелеген өйрәнеү буйынса тикшеренеүҙәр һәм башҡалар.
Үҙәк продукцияһы Рәсәйҙең 28 төбәгенең 1100 сауҙа нөктәһенә, ҡайһы бер сит илдәргә ебәрелә. Учреждение өлгәшелгән менән генә туҡтап ҡалмай. Мәҫәлән, Өфөлә апитерапия буйынса беренсе республика дауалау үҙәге асыу планлаштырыла. Республика умартасылыҡ музейы асыу, асыҡ һауала музей-умарталыҡ төҙөү ҙә күҙ уңында тотола.
Предприятие продукцияһы күп тапҡырҙар Бөтә Рәсәй генә түгел, халыҡ-ара кимәлдәге конкурстарҙа еңеп сыҡты. Мәҫәлән, ғинуар айында Берлинда үткән “Йәшел аҙна” Халыҡ-ара күргәҙмәһендә “Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү үҙәге” дәүләт учреждениеһы Гран-При яуланы. Агросәнәғәт комплексы ҡаҙаныштары өлкәһендәге донъяла иң абруйлы сараның иң төп призы Башҡортостан предприятиеһына сығарылған продукцияһының юғары сифаты өсөн бирелде.
|
|
Ғилем |