Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө ғилми үҙәгенең ботаника баҡса-институты
Рәсәй Фәндәр Академияһы Өфө ғилми үҙәгенең ботаника баҡса-институтына 1932 йылда Башҡортостан ауыл хужалығын социалистик реконструкциялау ғилми-тикшеренеү институты составында нигеҙ һалына. 1935 йылдан Башҡортостан тупраҡ-ботаника бюроһы, ә һуңынан БАССР Игенселек наркоматы составына инә. 1939 йылда Ботаника баҡсаһы Өфө ҡала башҡарма комитеты ҡарамағына тапшырыла һәм хәҙерге территорияһына күсерелә. 1945 йылда республика әһәмиәтендәге Башҡортостан ботаника баҡсаһы итеп үҙгәртелә. 1952 йылда Ботаника баҡсаһы СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Биология институты составындағы Фәндәр академияһы системаһына инә.
Институттың төп фәнни йүнәлештәре булып үҫемлектәр интродукцияһы һәм ерегеүе, декоратив үҫемлектәр селекцияһы, биотехнология, Башҡортостандың айырыуса һирәк ҡалған һәм юғала барған төрҙәрен һаҡлау, үҫемлектәр коллекциялары һәм экспозициялары булдырыу тора. Хәҙерге ваҡытта баҡсаның коллекция фондында биш меңдән ашыу үҫемлек төрҙәре, сорттары иҫәпләнә. Фонд оранжереяһы коллекцияһында 900-ҙән ашыу төр тропик һәм субтропик үҫемлектәр.
Ботаника баҡсаһында яңы сорттар сығаралар, декоратив үҫемлектәрҙең зона ассортиментын эшкәртәләр, ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар үҫентеләре, күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәрҙең сәсеү материалы үрсетеп, халыҡҡа һәм предприятиеларға һаталар.
Институтта 80-дән ашыу кеше эшләй, шул иҫәптән 4 биология фәндәре докторы, 14 кандидат, 25 аспирант. Директоры – биология фәндәре докторы Зиннур Шиһапов. Институт хеҙмәткәрҙәре сәскәләр, флористика, ландшафт дизайны һәм йәшелләндереү буйынса күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша, Башҡортостан телевидениеһында бер нисә программа алып бара, радио аша һәм гәзит биттәрендә сығыш яһай.
|
|
Ғилем |