Фән һәм мәғарифҒилем

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты данлыҡлы юбилейға әҙерләнә


 Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығы алдынан мөһим тарихи ваҡиға аспекттарын өйрәнеүгә йүнәлтелгән тикшеренеүҙәрен әүҙемләштерҙе. Мөһим ғилми эштәр араһында  «Рәсәй Федерацияһы башҡорттары» дәүләт программаһы проекты. Институт директоры Фирҙәүес Хисаметдинова был программаны ҡабул итеү перспективалары һәм институттың мөһим юбилейға әҙерләнеүе тураһында түбәндәгеләрҙе бәйән итте.

 - Беҙҙең институт мөһим юбилей алдынан «Рәсәй Федерацияһы башҡорттары» дәүләт программаһын эшкәртеү инициаторҙарының береһе булып тора. Программа башҡорт этносын үҫтереүгә арнала. Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, башҡорт халҡының 27 проценты Башҡортостандан ситтә йәшәй. Йәғни, Алыҫ Көнсығыштан Калининградҡа тиклем 490 мең башҡорт йәшәй, тигән һүҙ. Миҫал өсөн, Санкт-Петербургта  3,5 мең башҡорт, Мәскәүҙә ун меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Пермь крайында, Свердловск, Силәбе һәм Ырымбур өлкәләрендә лә башҡорттар күпләп йәшәй. Силәбе өлкәһенең Ҡоншаҡ һәм Арғаяш райондарында йәшәгән башҡорттар һаны 60 меңгә етә. Өлкә ҡоролтайҙары Өфө һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән тығыҙ бәйләнештә , уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Өлкә ҡоролтайҙары ярҙамы менән программа эшләнеп бөтөлдө. Программа проектында Башҡортостан Республикаһында һәм унан ситтә йәшәгән башҡорттарҙың тел, мәҙәниәт һәм социаль-иҡтисади үҫешен яҡлауға йүнәлтелгән саралар планы ла сағылыш таба. Программа дүрт бүлектән тора. Беренсеһендә  республиканан ситтә йәшәгән башҡорттарҙы яҡлаясаҡ норматив документтар эшкәртеүгә йүнәлтелгән хоҡуҡи саралар. Икенсе бүлеккә башҡорттарҙы иҡтисади яҡтан яҡлаусы, уларға баҙар мөнәсәбәттәренә инергә ярҙам итеүсе механизмдар булдырыуҙы үҙ эсенә алған социаль- иҡтисади саралар ингән. Өсөнсө бүлек башҡорттарҙың милли-мәҙәни ҡеүәтен үҫтереүгә арналған. Дүртенсеһе  Рәсәй Федерацияһы субъекттарында йәшәүсе башҡорттарҙың милли -мәҙәни ижтимағи ойошмаларына  яҡташлыҡ һәм ҡоролтайҙарға һәр яҡлап ярҙам итеү. Институт былтыр Һамар, Һарытау, Свердловск, Ырымбур өлкәләренә, шулай уҡ республиканың Яңауыл һәм Әлшәй райондарына фәнни экспедициялар ойошторҙо. Тел, этнография, фольклор, антропология, тарих, шулай уҡ башҡорттарҙың хәҙерге заман этнос процестары буйынса мауыҡтырғыс материалдар тупланды. Ошондай уҡ экспедиция быйыл Ҡурған өлкәһенә һәм Пермь крайына ойошторолдо. Экспедиция һөҙөмтәләре буйынса «Ҡурған башҡорттары» йыйынтығының икенсе томын, «Пермь башҡорттары» йыйынтығын сығарыуға әҙерләйбеҙ. Свердловск өлкәһе башҡорттары фольклоры буйынса йыйынтыҡ нәшер итеүгә әҙер. Ғалимдарыбыҙ архивтарҙа ҙур эш алып бара. Йыл аҙағына унынсы ревизия (башҡорт ауылдарының рәүиз мәғлүмәттәре) буйынса йыйынтыҡ әҙер булыр, тип ышанабыҙ. Был эш архив өсөн страховка фондын булдырыуға ла булышлыҡ итәсәк. Башҡорт ырыуҙары шәжәрәләрен өйрәнеү һәм эшкәртеү менән бәйле Үҙәк дәүләт тарих архивында, ЗАГС-тар идаралығы архивында тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ кенәгәләрен тәртипкә һалыу эшен алып барабыҙ. Башҡорт ырыуҙары етәкселәре  Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыу инициаторҙары ҡиәфәттәрен реконструкциялау өсөн антропологик материалдар йыйыу ҙа алып барыла. Ғалимдарыбыҙ әле Мәскәү архивтарында ла эшләй. 450 йыллыҡ юбилейға ҡарата ике томлыҡ «Башҡортостан тарихы» коллектив монографияһын, «Рәсәйҙең төп халыҡтары» серияһынан «Башҡорттар» китабын баҫып сығарырға, С. И. Руденконың «Башҡорттар» монографияһын ҡабаттан сығарырға планлаштырабыҙ. Башҡа фәнни эштәр ҙә әҙерләнә.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Ғилем

 
Башҡортостан 450