Фән һәм мәғарифҒилем

Гербицидтар ғилми-тикшеренеү институты


БР Фәндәр академияһының гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫешен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технологик институты 1964 йылда Бөтә Союз үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары ғилми-тикшеренеү институтының Өфө филиалы булараҡ ойошторола. Хәҙерге статусын һәм исемен 1993 йылда ала.

Институт составына Өфөләге филиал, ете ғилми-тикшеренеү лабораторияһы, тәжрибә-эксперимент производствоһы, биологик һынауҙар үткәреү өсөн тәжрибә базаһы инә. Өс специальность буйынса аспирантура эшләй.

2007 йыл башына институтта 37 ғилми хеҙмәткәр, шул иҫәптән 1 БР Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, 5 фән докторы һәм 9 фән кандидаты иҫәпләнә. Институт ғалимдары ҡайһы бер фармацевтика продукттарын һәм полимер материалдарҙы күбекләндергестәрҙе электрохимик синтезлауҙың технологик ысулдарын эшкәртә, 50-нән ашыу препарат производствоға индерелгән, 500-ҙән артыҡ авторлыҡ танытмаһы һәм 60-лап РФ патенты алынған.

Институттың тәжрибә-эксперимент производствоһы тарафынан үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары сығарыу йылына 700-1000 тоннаға етә. Институт Австрия, Һиндостан, АҠШ, Швейцария ғилми-тикшеренеү институттары һәм компаниялары менән хеҙмәттәшлек итә.

2005 йылдан институтҡа Александр Колбин етәкселек итә.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Ғилем

 
Башҡортостан 450