Фән һәм мәғарифҒилем

ДУП «Институт нефтехимпереработки РБ»


БР Нефть-химия эшкәртеү институты төрлө ғилми тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә. Төп эш йүнәлештәренең береһе – экологик – һыу менән тәьмин итеүҙе, канализацияны, нефть эшкәртеү һәм нефтехимия заводтарынан ағып сыҡҡан бысраҡ һыуҙарҙы таҙартыуға, бүленеп сыҡҡан газдарҙы таҙартыуға, нефть ултырмаларын эшкәртеүгә һәм утилләштереүгә ҡайтып ҡала.

Институттың был өлкәләге уңыштары бәхәсһеҙ. Институт эшкәрткән һыу менән тәьмин итеү, канализация һәм бысраҡ һыуҙарҙы таҙартыу системалары Рәсәйҙең һәм БДБ-ның бөтә нефть эшкәртеү заводтарында индерелгән. Һуңғы йылдарҙа сәнәғәттә институттың бер нисә эшкәртмәһе индерелде.

Асыҡ ҡоролмаларҙа бысраҡ һыуҙарҙы физик-химик таҙартыу процесында углеводородтар бүленеп сығыуын кәметеү өсөн институт “Өфө нефть эшкәртеү заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән бергә ябыҡ ҡоролмаларҙа процесты үткәреү буйынса яңы технология индерҙе, был ул биләгән майҙанды 2,5 тапҡырға, электр энергияһы ҡулланыуҙы 4 тапҡырға кәметергә һәм, иң мөһиме, атмосфераға зарарлы матдәләр бүленеп сығыуын 95-97 процентҡа аҙайтырға булышлыҡ итте.

Нефть-химия эшкәртеү институтында эшкәртелгән сероводород газдарын таҙартыу технологияһы көкөртлө водородтан төп көкөрт алыу процесында – Клаус ҡоролмаһында файҙаланыла. Институттың эшкәртмәләре “Өфө нефть эшкәртеү заводы” акционерҙар йәмғиәтендә әлеге ваҡытта төҙөлгән яңы Клаус ҡоролмаһы нигеҙенә һалынды.

Нефтешламды утилләштереү – нефть эшкәртеү заводының төп экологик проблемаларының береһе. Институт белгестәре эмульсиялы нефть ултырмаһын һәм артыҡ ләмде утилләштереү технологияһын һәм ҡоролмаһын эшкәртте, һөҙөмтәлә уларҙы яғыу мазуты компоненты сифатында файҙаланыуға өлгәшелде. Әлеге ваҡытта нефть эшкәртеү заводтарында (Өфө, Атырау, Шымкент, Хабаровск) дүрт ошондай ҡоролма уңышлы эшләй, тағы икәүҙе проектлау тамамлана.

Авария һөҙөмтәһендә нефть түгелгәндә һыу өҫтөнән нефть һәм нефть продукттарын йыйыу өсөн институт ғалимдары уйлап сығарған “Ресорб” сорбенты киң ҡулланыла. Ул полиуретан ҡалдыҡтары нигеҙендә етештерелә.

Шулай итеп, институт эшкәртмәләре производствола киң ҡулланыу таба, яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларының экологик хәүефһеҙлеген тәьмин итә, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға булышлыҡ итә.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Ғилем

 
Башҡортостан 450