Фән һәм мәғарифҒилем

ДУП «Институт проблем транспорта энергоресурсов»


“Институт проблем транспорта энергоресурсов” дәүләт унитар предприятиеһы – нефть-газ тармағында скважинанан ҡулланыусыға тиклем, нефть эшкәртеү заводына һәм экспортҡа углеводородтарҙы күсереүҙең фундаменталь һәм ғәмәли бурыстарын хәл итеү буйынса төп ғилми-тикшеренеү ойошмаһы.

1959 йылда үҙенсәлекле проблемалар даирәһе киңәйеү менән бәйле, нефть эшкәртеү буйынса Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтының нефть йөрөтөү һәм һаҡлау бүлеге базаһында нефть һәм нефть продукттарын йөрөтөү һәм һаҡлау буйынса ғилми-тикшеренеү институты асыла, ул СССР Нефть сәнәғәте министрлығының баш ғилми-тикшеренеү предприятиеһына әйләнә. Нефть табыу һәм эшкәртеү күләмдәренең артабанғы үҫеше һәм шуның менән бәйле нефть һәм нефть продукттары менән тәьмин итеү масштабтарының үҫә барыуы нефть йөрөтөү һәм һаҡлау өлкәһендә ғилми тикшеренеүҙәрҙе көсәйтеүҙе талап итте. Шуның менән бәйле, шулай уҡ ғилми-тикшеренеү һәм проект ойошмалары селтәрен тәртипкә һалыу һәм рациональ урынлаштырыу маҡсатында 1970 йылда институт Бөтә Союз нефть һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм йөрөтөү буйынса ғилми-тикшеренеү институты итеп үҙгәртелә.

1992 йылда республика Фәндәр академияһын ойоштороу менән бәйле, институт бер үк ваҡытта РФ Яғыулыҡ-энергетика ресурстары министрлығына һәм БР Фәндәр академияһына буйһона. Механика, математика, физика, техник системаларҙың ышаныслылығы һәм хәүефһеҙлеге, нефтте йөрөтөү һәм һаҡлау проблемалары буйынса фундаменталь тикшеренеүҙәр тематикаһын киңәйтеү өлкәһендә юғары квалификациялы белгестәр һанын арттырыу мөмкинлеге тыуа. Институт эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренә Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә танылған ғалимдар етәкселек итә. Хәҙерге ваҡытта институт “Энергоресурстарҙы күсереү проблемалары институты” дәүләт унитар предприятиеһы булып тора.

Тармаҡ проблемаларын хәл итеүҙә институттың роле һәм бурыстары артты, төп ғилми йүнәлештәр билдәләнде. Предприятиела Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, Рәсәй Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының ике ағза-корреспонденты, 2 БР Фәндәр академияһы академигы, 4 БР Фәндәр академияһы ағза-корреспонденты, Әзербайжан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, 30 фән докторы һәм 60 фән кандидаты эшләй.

“Энергоресурстарҙы күсереү проблемалары институты” дәүләт унитар предприятиеһы АҠШ, Франция, Германия фирмалары менән хеҙмәттәшлек итә, институт эшкәртмәләре Австрия, Венгрия, Куба, Вьетнам, Ираҡ, Сирия, Судан һәм башҡа илдәр объекттарында индерелгән, Ҡаҙағстандың Атырау, Астана ҡалаларында вәкиллектәре асылған.

Институтҡа техник фәндәр докторы, профессор, БР Фәндәр академияһы академигы, БР Фәндәр академияһының вице-президенты, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Әсғәт Ғүмәров етәкселек итә.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Ғилем

 
Башҡортостан 450