Фән һәм мәғарифҒилем

Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты


Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты – Башҡортостан Республикаһы һәм эргәләге РФ төбәктәре халҡының күреү һәләтен һаҡлау проблемаларын хәҙерге заман кимәлендә хәл итергә мөмкинлек биреүсе ҙур, күп профилле учреждение. Ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: тыумыштан күҙ патологияһы патогенезы, диагностикалау һәм тыуғас та уҡ хирургик дауалау ысулдары; күҙ ауырыуҙарында һәм имгәнгәндә, шәкәр диабетынан күҙ ауырыуҙары ҡатмарлашҡанда витреоретиналь пролиферацияның патогенетик механизмдары, хирургик реабилитация принциптары; вируслы, бактериаль һәм аллергик күҙ ауырыуҙарын диагностикалау, профилактикалау һәм дауалау; медицина тәғәйенләнешендәге изделиелар эшкәртеү.

Институттың эшләү осоронда 12 докторлыҡ һәм 75 кандидатлыҡ диссертацияһы әҙерләнде, 45 ғилми хеҙмәттәр йыйынтығы, 17 монография, 88 методик рекомендация баҫылды, 129 авторлыҡ танытмаһы һәм патенты алынды. Хәҙерге ваҡытта институтта 432 хеҙмәткәр эшләй, шуларҙың берәүһе РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, 7 медицина фәндәре докторы, 34 медицина фәндәре кандидаты, 3 Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған врачы, 11 Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған врачы, 53 врач беренсе һәм юғары квалификация категорияһына эйә.

Институт составында – 310 урынлыҡ клиника (4 ғилми һәм 5 клиник бүлексә), өлкә-ара лазер менән дауалау ысулдары үҙәге, функциональ диагностика бүлексәһе, контактлы линзалар, яһалма күҙ яҫмыҡтары һәм трансплантаттар етештереү буйынса лабораториялар, 10 махсуслаштырылған кабинет, фармакология бүлеге, оптика салоны, контактлы күреү коррекцияһы кабинеттары, “Күҙ диабеты” республика дауалау-диагностика үҙәге. Медицина фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлау Советы һәм “Офтальмология проблемалары” Рәсәй ғилми-ғәмәли журналы редакцияһы эшләй. Йыл һайын институтта 70 меңгә яҡын кеше консультатив ярҙам ала, 10 меңдән ашыу операция яһала.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Ғилем

 
Башҡортостан 450