Фән һәм мәғарифЮғары укыу йорттары

Башҡорт дәүләт аграр университеты


Башҡорт дәүләт аграр университеты (БДАУ) 1930 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институты булараҡ ойошторола. Хәҙерге статусын ул 1993 йылда ала. Университеттың Сибай ҡалаһында филиалы бар, ул 30 специальность буйынса белгестәр әҙерләй.

2007 йылдың февралендә Башҡорт дәүләт аграр университеты дипломлы белгестәр әҙерләүҙең 17 программаһы буйынса аккредитация үтте.

Университетта йөкмәткеле, республикала иң ҙур ауыл хужалығы китапханаһы. Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса ул аграр вуздарҙың иң яҡшы китапханаларының береһе булып танылды.

Университет фәндең туғыҙ тармағы буйынса фәнни тикшеренеүҙәр үткәрә. Ғилми тикшеренеүҙәрҙең һәм эшкәртмәләрҙең интеграцияһын көсәйтеү маҡсатында университет базаһында фәнни-белем үҙәге булдырылған, уның составына биотехнология, молекуляр генетика, физик-химик анализ, спектроскопия, хроматография һәм электрон микроскопия лабораториялары инә. Университеттың “Миловка” уҡыу-тәжрибә хужалығы базаһында уҡыу-ғилми үҙәге төҙөлгән.

2002-2006 йылдарҙа университет ғалимдары түбәндәге гранттар алды: “Юғары белем һәм фундаменталь фән интеграцияһын дәүләт яҡлауы” Федераль маҡсатлы программаһы буйынса; йәш ғалимдарҙың (фән кандидаттарының) һәм уларҙың ғилми етәкселәренең фәнни тикшеренеүҙәрен яҡлау буйынса РФ Президентының; йәш ғалимдарҙың АҠШ-ҡа, Польшаға, Германияға фәнни командировкаларына; “2002-2006 йылдарға Рәсәй фәне һәм юғары белеме интеграцияһы” Федераль маҡсатлы программаһы буйынса; БР Фәндәр академияһының. Биш йылда ғалимдар уйлап табыуҙарға һәм селекцион ҡаҙаныштарға 36 патент алды.

Университет төрлө халыҡ-ара эшмәкәрлек тә алып бара: сит ил белем биреү һәм ғилми учреждениелары менән контакттар һәм договорҙар, университеттың профессор-уҡытыусылар составының һәм хеҙмәткәрҙәренең сит илдәргә командировкалары, студенттарҙы сит ил вуздарында уҡытыу, студенттарҙың сит илдә миҙгелле ауыл хужалығы эштәрендә ҡатнашыуы, берләшкән семинарҙар һәм конференциялар, сит ил фирмалары менән бергә ғилми-тикшеренү эштәре үткәреү һәм сит ил белгестәренең килеүе.

Былтыр, мәҫәлән, БДАУ Познань ҡалаһы (Польша) ауыл хужалығы институты, Линкольн (АҠШ) университеты, Stoas ауыл хужалығы-педагогия университеты (Дронтен ҡалаһы, Нидерланды), KWS селекция-орлоҡсолоҡ фирмаһы һәм “Ауыл хужалығы һәм Көнсығыш Европа менән Экологик тигеҙлек” союзы (Германия), Көнсығыш Европала ауыл хужалығы, экология һәм ауылды үҫтереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса APOLLO ассоциацияһы менән халыҡ-ара килешеүҙәр төҙөнө.

Уҡыу йортонда художестволы үҙешмәкәрлекте үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә. Дүрт ижади коллектив (“Шатлыҡ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле, “Йәшлек” вокал ансамбле, “Синтетюриха” рус йырҙары ансамбле, ҡурайсылар ансамбле) “халыҡ” исеменә лайыҡ. Ул ҡала, төбәк һәм Рәсәй кимәлендәге фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша.


Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Юғары укыу йорттары

 
Башҡортостан 450