РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты
РФ Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты Рәсәй Эске эштәр министрлығы системаһындағы төп белем биреү учреждениеларының береһе булып тора. Был сағыштырмаса йәш уҡыу йортоноң үҙ тарихы һәм традициялары бар. Уның аяҡҡа баҫыу осороноң бер нисә этабын айырып күрһәтергә мөмкин. 1971-1988 йылдар – СССР Эске эштәр министрлығының етәксе составын әҙерләү буйынса урта махсус мәктәп; 1988 йылдан алып 1992 йылға тиклем – СССР Эске эштәр министрлығының Өфө юғары мәктәбе.
1992 йылда ул Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Өфө юғары мәктәбе итеп үҙгәртелә. Ул “Хоҡуҡ белеме” специальносы буйынса “Юрист” квалификацияһы биреп, эске эштәр органдары өсөн хеҙмәткәрҙәр әҙерләй. Көндөҙгө бүлектә язаны үтәү учреждениеларында эшләү, шулай уҡ иҡтисади енәйәтселеккә ҡаршы көрәш буйынса, ситтән тороп уҡыу бүлегендә милицияла һәм язаны үтәү учреждениеларында эшләү өсөн белгестәр әҙерләнә.
1996 йылдан уҡыу йорто РФ Хөкүмәте ҡарары менән Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты итеп үҙгәртелә. 1999 йылда уға Байраҡ һәм Рәсәй Президенты Грамотаһы тапшырыла.
Вузға 35 йылдан ашыу. Ысынында иһә вуз тарихы алыҫ замандарға барып тоташа. 1598 йылда хәҙерге институт территорияһында Успенский ирҙәр монастырына нигеҙ һалынған булған. 1803 йылда бында Владимир Алла Анаһы иконаһы хөрмәтенә таш сиркәү һалына. Һуңынан ул Успенский сиркәүе тип үҙгәртелә. 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң Өфөнөң Успенский ирҙәр монастыры бик күп монастырҙар, сиркәүҙәр, мәсеттәр һәм башҡа дини учреждениелар яҙмышына дусар була. Хәҙерге ваҡытта Успенский монастырының Митрофанниев саң манараһы ғына – ХVI быуат архитектураһы ҡомартҡыһы һаҡланған.
1917 йылдан 1935 йылға тиклем был территорияла “Свет” артеле, Өфө мәжбүри эшләтеү концентрацион лагеры, ауыл хужалығы колонияһы, артиллерия мәктәбе, урынлашҡан булған. 1935 йылда бында балиғ булмағандар өсөн хеҙмәт лагеры урынлаша. Балалар хеҙмәт колонияһы бигерәк тә 1940-1942 йылдарҙа бында Александр Матросов тәрбиәләнеүе һәм, үҙе теләп һуғышҡа китеп, Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булыуы, ә уның үлемһеҙ батырлығы Бөйөк Ватан һуғышы йылъяҙмаһына алтын бит булып инеүе менән данлыҡлы.
1971 йылда Алесандр Матросов исемендәге Өфө тәрбиәүи-хеҙмәт колонияһы Стәрлетамаҡҡа күсерелә, ә уның базаһында СССР Эске эштәр министрлығы приказы менән уҡыу йортоноң хәҙерге тарихы башланған СССР Эске эштәр министрлығының етәксе составын әҙерләү буйынса урта махсус мәктәп төҙөлә.
Бөгөн Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты уҡыу-тәрбиә процесын камиллаштырыу, бөгөнгө көн талаптарына ярашлы матди-техник базаны үҫтереү бурыстарын хәл итә.
|
|
Юғары укыу йорттары |