Ваҡиғалар
"Ҡөрьән әлифба“һына яҙылыу башланды
25 сентябрь 2007 йыл  | 
Традициялар

Республикала ай һайын сыға торған, ун алты битлек яңы фәнни-ағартыу баҫмаһы  рус телендә «Ҡөрьән әлифбаһы»на («Азбука Корана») яҙылыу башланды.

Башҡортостанда Йәһүд мәҙәниәте көндәре башланды
25 сентябрь 2007 йыл  | 
Традициялар

Башҡортостанда Йәһүд мәҙәниәте көндәре башланды. Ике көн буйына республика баш ҡалаһында конференциялар, түңәрәк өҫтәлдәр, концерттар һәм китаптарҙы презентациялау үтәсәк.

Ҡурай байрамы һәм еңеүселәр
24 сентябрь 2007 йыл  | 
Традициялар

Октябрьскийҙа Ҡурай байрамы тамамланды. Был сара Башҡортостандың 33 районынан һәм 11 ҡалаһынан, шулай уҡ Төмән (Нефтеюганск) һәм Силәбе (Коркино) өлкәләренән солистар һәм ансамблдәр йыйҙы.

Түңгәүерҙәр ҡорға йыйыла
24 сентябрь 2007 йыл  | 
Традициялар

26 октябрҙә Түңгәүер ырыуы башҡорттарының йыйыны үтәсәк. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының һәм «Урал» башҡорт милли үҙәге идараһының берлектәге ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Ултырышта Түңгәүер ырыуы вәкилдәре, ғалимдар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.

Галина Карелова: Илдә демографик хәл яҡшыра.
21 сентябрь 2007 йыл  | 
Традициялар

Башҡортостанда тыуым күрһәткестәре һәр саҡ илдәге иң юғары күрһәткестәрҙең береһе булды, һәм был тенденция кәмемәй, тине РФ Социаль страховка фонды рәйесе Галина Карелова Өфөлә барған Социаль страховка фондының төбәк бүлексәләре идарасыларының Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе барышында.

Мәңге бергә
21 сентябрь 2007 йыл  | 
Традициялар

Хәҙерге Башҡортостан тарихын Рәсәй тарихынан башҡа күҙ алдына килтереүе ҡыйын. Күп быуаттар буйына Евразия континентында Рәсәй дәүләте үҫкән, киңәйгән һәм нығынған.

1·  [ 2 ]  ·3

Ваҡиғалар

 
Башҡортостан 450