Башҡортостанда ислам дине буйынса белем биреү координацион советы ойошторола
Өфөлә „Хәҙерге заман Рәсәйҙә ислам һәм дини белем проблемалары“ ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте. Конференцияның пленар ултырышы „Ләлә-Тюльпан“ собор мәсетендә үткәрелде
Өфөлә Рождество ғибәҙәтханаһын реконструкциялау бынан 15 йыл элек башланғайны, әле ул тамамланыуға яҡынлашты. Өфө һәм Стәрлетамаҡ Никоны (Васюков) архиепископтары ҡарары буйынса, Өфө Рождество сиркәүендә шәмбе, йәкшәмбе һәм байрам ғибәҙәттәре ҡылына.
18 ғинуарҙа Пермь крайының Барҙым районы үҙәге – Барҙы ауылында „Берҙәмлек“ фестивале этабы үткәрелә. Ул Икенсе край фестивале рәсми статусына эйә.
Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 450 йыллығына арналған иң яҡшы баҫмаларға „Илдең терәк төбәге“ республика конкурсы йомғаҡтары Рәсәй матбуғаты көнөн байрам итеү сиктәрендә иғлан ителде.
Гәзит редакциялары шәжәрәне өйрәнеү һәм төҙөү буйынса мәҡәләләре өсөн бүләкләнде
|
|
Ваҡиғалар |