ВластьПрезидент
Шулай уҡ ҡарағыҙ:
• Президент
• 
М.Ғ. Рәхимовтың биографияһы

• Президент Советы

Башҡортостан Республикаһында 1991 йылдың 15 октябрендә Президент вазифаһын индереү һәм Башҡортостан өсөн яңы власть институты – президентлыҡты индереү республика дәүләт власы системаһында принципиаль үҙгәреш була. ХII саҡырылыш Юғары Советтың һигеҙенсе сессияһында “Башҡортостан ССР-ы Президенты вазифаһын булдырыу тураһындағы Башҡортостан ССР-ы Законы ҡабул ителә. Президентлыҡ институтын булдырыу власть структураларының республика институциональ системаһын үҙгәртә. 1991 йылдың 30 октябрендәге “Башҡортостан Республикаһы Президенты тураһындағы Башҡортостан Республикаһы Законына 1993 йылдың 4 ноябрендә индерелгән үҙгәрештәргә һәм өҫтәмәләргә ярашлы, 1993 йылдың 12 декабрендә Башҡортостандың беренсе Президенты һайлана.

БР Президенты Башҡортостандың иң юғары вазифалы кешеһе һәм башҡарма власть башлығы булып тора, шәхес хоҡуҡтары һәм азатлыҡтары, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын һәм закондарын күҙәтеү гаранты булып сығыш яһай. Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты итеп Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов һайлана. 1998 йылдың 14 июнендә Башҡортостан Республикаһында икенсе тапҡыр Президент һайлау үткәрелә. Һайлаусыларҙың 70,2 проценты М.Рәхимов өсөн тауыш бирә. Президент һайлау буйынса өсөнсө кампания 2003 йылдың октябрь-декабрендә үткәрелә. Һайлау кампанияһы сиктән тыш көсөргәнешле барыуы менән айырылып тора һәм ике турҙа үтә. Икенсе турҙа ҙур өҫтөнлөк менән (78,01 процент) М.Рәхимов еңә.

2006 йылдың 5 октябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин республика Президенты вәкәләттәрен йөкмәтеү өсөн Мортаза Рәхимовтың кандидатураһын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарауына индерә.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 39-сы, сираттан тыш ултырышында депутаттар бер тауыштан Мортаза Рәхимовҡа республика Президенты вәкәләттәрен йөкмәтеү тураһында ҡарар ҡабул итә. Мортаза Рәхимовтың кандидатураһы өсөн ултырышта ҡатнашҡан бөтә 119 депутат тауыш бирә, ҡаршылар, икеләнеүселәр булмай.

Шулай итеп, Мортаза Рәхимовҡа Башҡортостан Республикаһы Президенты вәкәләттәре йөкмәтелә һәм БР Конституцияһына ярашлы биш йыл буйына президент вазифаһын башҡарырға тейеш.

Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Президент

 
Башҡортостан 450