ВластьПрезидентПрезидент Советы
Шулай уҡ ҡарағыҙ:
• 
Президент

• М.Ғ. Рәхимовтың биографияһы
• Президент Советы

1993 йылдың 12 декабрендә республика тарихында тәүге тапҡыр президент һайлау үткәрелде. Унда һайлаусыларҙың 70 проценттан ашыуы ҡатнашты. Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов үҙ конкуренттарын ҙур өҫтөнлөк менән еңде һәм Башҡортостан Президенты булды. Дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәре буйынса тәҡдимдәр эшкәртеү һәм ҡарарҙар әҙерләү, республика һәм урындағы дәүләт власы органдарының үҙ-ара эш итеүен тәьмин итеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән 1994 йылдың 4 апрелендә Башҡортостан Республикаһының Президент Советы төҙөлә.

Уның эшмәкәрлегенең хоҡуҡи нигеҙен Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы һәм БР Президентының республика закондары, указдары һәм бойороҡтары, шулай уҡ Президент Советы тураһында Положение тәшкил итә. Совет ағзаларын абруйлы дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре, район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары, күренекле фән, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф вәкилдәре иҫәбенән Президент тәғәйенләй.

Президент Советына Башҡортостан Республикаһы Президенты етәкселек итә. Уның ултырыштарын планлаштырыу һәм үткәреү буйынса эште Президент Советы секретары - БР Президентының Баш советнигы яраштыра.

Президент Советы ҡарарҙары уның ағзаларының күпселек тауыш биреүе менән ҡабул ителә һәм БР Президенты өсөн рекомендация көсөнә эйә.

Президент Советы үҙ ултырыштарын кәрәк булыуға ҡарап үткәрә. Президент Советы ултырышына һәр яҡлап тикшереүгә һәм ентекле экспертизаға мохтаж булған, Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни-рухи үҫеше өлкәһендә мөһим булған мәсьәләләр сығарыла.

1997 йылдан Президент Советы ултырыштарында һәр йыл һайын БР Президентының халыҡҡа һәм Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу йомғаҡтары һәм сираттағы документтар текстарына ярашлы тәҡдимдәр тикшерелә. Ә 1998 йылдан ултырыштарға республикала БР Президенты Указы менән билдәләнгән тематик йылдар йомғаҡтары сығарыла.

Шулай итеп, Президент Советы, ижтимағи институт, власть һәм халыҡтың аралашыу һәм үҙ-ара эш итеү формаһы булараҡ, республиканың социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни-рухи үҫеш стратегияһын тормошҡа ашырыу, Башҡортостандың дәүләт власы һәм урындары үҙидара органдары эшенең һөҙөмтәлелеген күтәреү буйынса тәҡдимдәр эшкәртеү механизмын билдәләүҙә әүҙем ҡатнаша.

2007 йылдың 30 ғинуарында Республика йортонда БР Президенты М.Ғ. Рәхимов Президент Советының сираттағы ултырышын үткәрҙе, унда уҙған 2006 йылда Төҙөкләндереү йылы йомғаҡтары тикшерелде һәм быйылғы Башҡортостан менән Рәсәй берҙәмлегенең 450 йыллығы йылына пландар ҡаралды. М.Ғ. Рәхимов, Төҙөкләндереү йылының төп маҡсаты булып, иң элек, халыҡҡа етеш тормош тәьмин итеү торҙо һәм ул власть органдары эшмәкәрлегенең нигеҙе булып ҡала , тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Республика башлығы эштең күп йүнәлештәренә ҡеүәтле импульс биргән Төҙөкләндереү йылы йомғаҡтарын ыңғай баһаланы. Айырым алғанда, 2006 йылда финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә 1 миллион 705 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлдө, был унан алдағы йыл кимәленән 6 процентҡа күберәк. Шул уҡ ваҡытта республика Президенты ҡайһы бер актуаль проблемаларға ла күрһәтте. Мәҫәлән, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙәге етешһеҙлектәрҙе тәнҡитләне.

Республика башлығы Төҙөкләндереү йылы сараларының алда торған юбилей – Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуының 450 йыллығы менән туранан-тура бәйләнешенә күрһәтте.

- Беҙ Башҡортостанды данлыҡлы байрамды лайыҡлы ҡаршылауға әҙерләйбеҙ. Һәм был эш әүҙемләшкәндән-әүҙемләшә бара. Уҙған йылдағы бөтә яҡшы эштәрҙе дауам итергә һәм хатта көсәйтергә кәрәк,  тип һыҙыҡ өҫтөнә алды М.Ғ. Рәхимов.

Президент Советы составы:

Рәйесе – Башҡортостан Республикаһы Президенты М.Ғ. Рәхимов.

Совет секретары – республика Президентының Дәүләт советнигы Ф.Х. Ҡыҙрасов.

Президент Советы составына түбәндәгеләр инде: яҙыусы-драматург, БР Яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы Н.В. Асанбаев, Башҡортостандың Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәте башлығы С.Г. Әхмәтов, РФ Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты М.Ә. Әйүпов, БР Хөкүмәте Премьер-министры Р.И. Байдәүләтов, Өфө Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты директоры А.Б. Бакиров, БР Яҙыусылар ойошмаһы рәйесе Р.Т. Бикбаев, „Өфөнефтехим“ асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры В.А. Ганцев, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, финанс министры А.Р. Ғәскәров, Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы П.Р. Качкаев, „Башкирэнерго“ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Н.А. Курапов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары С.Т. Күсимов, „Алексеевка“ совхозы“ дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы директоры Е.Н.Майстренко , „НефАЗ“ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Р.С. Маликов, БР Милли банкы рәйесе Р.Х. Мәрҙәнов, Башҡортостандың Дәүләт академия рус драма театры актрисаһы Г.И. Мидзяева, һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының Башҡортостан республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе М.С. Муллағәлләмов, Балаҡатай районы муниципаль районы хакимиәте башлығы И.А. Никулин, Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, БР сәнәғәт, инвестиция һәм инновация сәйәсәте министры Ю.Л. Пустовгаров, БР Профсоюздар федерацияһы рәйесе, РФ Йәмәғәтселек палатаһы ағзаһы Ә.М. Сәмирханов, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе К.Б. Толкачев, „Истоки“ гәзитенең баш редакторы А.П. Филиппов, БР Президенты Хакимиәте Етәксеһе Р.Ф. Хәбиров, Башҡорт дәүләт университеты ректоры М.Х. Харрасов, БР Фәндәр академияһы президенты, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры – вуз ректорҙары Советы рәйесе А.М. Шаммазов.

Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Президент Советы

 
Башҡортостан 450