→
Тарих→
XX быуат
Шулай уҡ ҡарағыҙ:
• Башҡортостан 1917 йылдан һуң
•
Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында
• Башҡортостан тарихы 1945 йылдан 1992 йылға тиклем
1917 йылдың февралендә милли азатлыҡ өсөн хәрәкәтте башҡорт интеллигенцияһының билдәле вәкилдәре, ижтимағи-сәйәси эшмәкәрҙәр Әхмәт-Зәки Вәлиди, Сәғит Мирасов, Шәриф Манатов, Ильяс Алкин һәм башҡалар етәкләй.
1917 йылдың йәйендә Ырымбурҙа һәм Өфөлә тәүге башҡорт съездары үткәрелә, уларҙа Башҡортостан автономияһы өсөн көрәш, ерҙе башҡорт халҡына биреү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ләкин Ваҡытлыса хөкүмәт милли мәсьәләне хәл итеүҙе оҙаҡҡа һуҙа. Шуға күрә башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте етәкселәре Ваҡытлыса хөкүмәткә ышанмаусылыҡ белдерә.
1917 йылдың ноябрендә Башҡортостанда, Өфө губернаһы сиктәрендә, Совет власы урынлаштырыла. Башҡорт милли хәрәкәте етәкселәре 1917 йылдың 15 ноябрендә Башҡортостан автономияһын иғлан итә.
Бөтөн башҡорт ойоштороу ҡоролтайы (Ырымбур, 8-20 декабрь) Башҡортостан автономияһын раҫлай һәм Башҡортостан хөкүмәтен ойоштора, шура ағзаларының күбеһе уның составына инә. Йәмәғәт именлеген тәьмин итеү, һалымдар йыйыу һәм уларҙы тотоноу, суд, ҡораллы көстәр, халыҡ мәғарифын ойоштороу, республика капиталы, ере, ер аҫты байлыҡтары, урмандары, һыуҙары һәм башҡалар менән идара итеү Башҡортостан ҡарамағында тип иғлан ителә.
Был совет автономияһы булмай, сөнки башҡорт хәрәкәте етәкселәре, шул иҫәптән Әхмәт-Зәки Вәлиди үҙе лә, большевиктарҙың пландарын хупламай һәм үҙбилдәләнеш өсөн генә сығыш яһай. Ырымбурҙа Совет власы урынлаштырылғандан (1918 йылдың ғинуары) һуң 18 февралдә Башҡортостан хөкүмәте ағзалары ҡулға алына һәм төрмәгә ябыла. Был хата аҙым була. Башҡортостан хөкүмәтенә автономия өсөн сығыш яһаусы күп халыҡтар эйәрә. 1918 йылдың апрелендә Башҡортостан хөкүмәте ағзалары Ырымбур төрмәһенән ҡаса. Июнь башында башҡорт хәрәкәте етәкселәре Силәбегә килә. Унда аҡ чехтарҙың советтарға ҡаршы сығышы башлана. Был граждандар һуғышының башы була. Ә.-З. Вәлиди һәм уның көрәштәштәре, аҡ чехтарҙы яҡлап, Колчак һәм Дутов яғында һуғышыусы башҡорт аҡтар корпусы ойоштора. Ләкин Омскиҙа үҙен Рәсәй Юғары хакимы тип иғлан иткән аҡ адмирал Колчак башҡорттарҙың автономияһын танырға теләмәй. 1918 йыл аҙағына башҡорт корпусы менән аҡ генералдар араһында ошо нигеҙҙә даулашыуҙар башлана.
1919 йылдың 18 февралендә Башҡортостан хөкүмәте һәм аҡтар корпусы Темәс ауылында (хәҙерге Баймаҡ районы) Ҡыҙыл армия һәм Совет власы яғына күсә. Шунда уҡ улар өс кешенән (Мстислав Ҡулаев, Муллайән Халиков һәм Әбдрәшит Бикбауов) торған делегацияһын Башҡорт автономиялы республикаһы ойоштороу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн Мәскәүгә ебәрә.
1919 йылдың 20 мартында Мәскәүҙә “Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү”гә ҡул ҡуйыла. Башҡорт Совет Республикаһы Бәләкәй Башҡортостан тип аталған сиктәрҙә төҙөлә һәм РСФСР-ҙың федератив өлөшө булып тора. Бәләкәй Башҡортостанға 138 улус индерелә, шул иҫәптән Ырымбур губернаһының Орск, Верхнеуральск, Силәбе һәм Троицк өйәҙҙәренән 75 улус, Өфө губернаһының Стәрлетамаҡ, Златоуст һәм Өфө өйәҙҙәренән 41 улус, Пермь губернаһының Шадринск, Красноуфимка һәм Екатеринбург өйәҙҙәренән 21 улус, Һамар губернаһының Быҙаулыҡ өйәҙенән бер улус.
БАССР Рәсәй Федерацияһы составында төҙөлгән беренсе автономиялы республика була. 1922 йылдың 14 июнендә Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты , башҡорт халҡының теләктәрен иҫәпкә алып, “Башҡорт Автономиялы Социалистик Республикаһының сиктәрен киңәйтеү тураһында” декрет ҡабул итә. Был декрет буйынса Өфө губернаһы бөтөрөлә, ә уның территорияһы Башҡортостан Республикаһына тапшырыла. Республика баш ҡалаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Өфөгә күсерелә.
Баҫма өсөн версия
Сайт картаһы
Биттең өҫкө яғына
|
|
XX быуат
Башҡортостан 450
|