Бөйөк Ватан һуғышынан һуң халыҡ хужалығының тыныс төҙөлөшкә күсеүе 1946 йыл аҙағына тамамлана. Туймазы, Шкапово һәм Арлан ятҡылыҡтарында нефть табыу арта, һөҙөмтәлә Башҡортостан илдең иң эре нефть сәнәғәте үҙәгенә әйләнә.
Табыу менән бер рәттән нефть эшкәртеү ҙә үҫешә. 50-се йылдар башында республика нефть табыу буйынса СССР-ҙа – икенсе, ә эшкәртеү буйынса беренсе урынды биләй. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан химия һәм нефтехимия сәнәғәте үҙәктәренең береһенә әүерелә.
1953 йылда тулайым продукция сығарыу 1940 йыл менән сағыштырғанда алты тапҡырға арта. 50-се йылдарҙа ауыл хужалығы продукттарын мәжбүри поставкалау нормаһы кәметелә, әҙерләү һәм һатып алыу хаҡтары арттырыла, ауыл хужалығы продукттарын мәжбүри поставкалау нормаһы кәметелә. Колхозсыларҙың хеҙмәт хаҡы күтәрелә, аҡрынлап ул аҡсалата формаға күсә.
Иген пробьлемаһын хәл итеүҙә сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереүгә ҙур өмөт бағлана. Башҡортостандың Урал аръяғы төбәгендә 500 мең гектарҙан ашыу сиҙәм һәм ҡалдау ерҙәр һөрөлә, яңы совхоздар барлыҡҡа килә. Әммә сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштереү республикала иген культураларынан тотороҡло уңыш алыуға, иген етештереүҙе тиҙ арттырыуға өмөттө тулыһынса аҡламай. Был осорҙа сәнәғәттең нефть, тау-руда, машиналар эшләү тармаҡтары үҫеш ала. Нефть табыу һәм эшкәртеү әүҙем бара. Полиэтилен, пластмасса, карбамид, гербицидтар, каучук, ашламалар, кальцийланған сода етештереү үҙләштерелә. Химия сәнәғәте республика халыҡ хужалығының төп тармаҡтарының береһенә әүерелә.
КПСС-тың ХХ съезынан һуң 30-40 йылдарҙа репрессияланғандарҙың эштәре ҡайтанан ҡарала. 1954-57 йылдарҙа Башҡортостанда 3138 кеше реабилитациялана. Ләкин 60-сы йылдар уртаһынан демократик үҙгәртеп ҡороуҙар туҡталып ҡала. Ил һәм республика иҡтисады яңы производство ҡеүәттәрен булдырыу иҫәбенә экстенсив нигеҙҙә үҫешеүен дауам итә. 1966-80 йылдарҙа республикала 832 предприятие сафҡа инә. 1985 йылда сәнәғәттәге төп производство фондтары 1970 йыл менән сағыштырғанда 2,8 тапҡырға, ә продукция сығарыу 2.4 тапҡырға ғына арта.
Тулайым сәнәғәт продукцияһының уртаса йыллыҡ үҫеш темптары 1966-70 йылдарҙа 8,2 проценттан 1981-85 йылдарҙа 2,9 процентҡа тиклем, тулайым ауыл хужалығы продукцияһының – 5,9 проценттан 0,4 процентҡа тиклем төштө.
Сәнәғәт менән ауыл хужалығы, иҡтисад менән социаль өлкә араһында диспропорция көсәйҙе. Республика иҡтисады, тотош илдеке кеүек үк, сиктән тыш хәрбиләштерелде. Идеология өлкәһендә догматизм көсәйҙе, закондарҙың күбеһе декларатив характерҙа ине. 1978 йылдың майында республиканың яңы Конституцияһы ҡабул ителде, ул СССР һәм РСФСР Конституцияһының бөтә төп положениеларын ҡабатланы.
Социаль-иҡтисади проблемаларҙың киҫкенләшеүе, республиканың күп милләтле халҡының рухи-мәҙәни талаптарын ҡәнәғәтләндермәү Башҡортостандың дәүләт суверенитеты өсөн ижтимағи хәрәкәттең әүҙемләшеүенә килтерҙе. 1990 йылдың 12 июнендә Рәсәй Федерацияһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итеү менән был бурысты тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтеү мөмкинлеге тыуҙы.
1990 йылдың 11 октябрендә республика Юғары Советы республиканың демократик хоҡуҡи дәүләт булараҡ статусын раҫлаусы дәүләт суверенитеты тураһындағы Декларацияны ҡабул итте. 1992 йылдың февралендә яңы исем – Башҡортостан Республикаһы – ҡабул ителде. 1992 йылдың 31 мартында Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән уның составындағы суверенлы республикалар власть органдары араһында вәкәләттәрҙе бүлеү тураһында Федератив договорға һәм Башҡортостан Республикаһынан уға Ҡушымтаға ҡул ҡуйылды.
Договорға Ҡушымтала республикаға үҙ аллы закондар сығарыу системаһын, суд системаһын һәм прокуратураһын булдырыу хоҡуғы нығытылды. Шулай уҡ Башҡортостан территорияһындағы ер, ер аҫты ҡаҙылмалары, тәбиғи байлыҡтар күп милләтле Башҡортостан халҡы милке булып тора, һәм был милеккә хужа булыу, уның менән файҙаланыу республика закондары тарафынан көйләнелә, тип билдәләнде.
Баҫма өсөн версия|
|
Башҡортостан тарихы 1945 йылдан 1992 йылға тиклем |