ТарихXX быуатБашҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында
Шулай уҡ ҡарағыҙ:
• 
Башҡортостан 1917 йылдан һуң

• Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында
• Башҡортостан тарихы 1945 йылдан 1992 йылға тиклем

Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға Башҡортостан ныҡлы сәнәғәт базаһына, яҡшы әҙерлекле эшсе кадрҙарға, бай тәбиғи ресурстарға эйә була. Нефть промыслалары, нефть эшкәртеү заводтары, металлургия предприятиелары үҫешкән була. Фронтта яғыулыҡ-майлау материалдары менән тәьмин итеү сикһеҙ ҙур әһәмиәткә эйә була.

Машиналар эшләүҙе, тау-руда сәнәғәтен үҫтереүҙе тиҙләтергә кәрәк була. Шул уҡ ваҡытта республика илдең иң мөһим ауыл хужалығы тармағы төбәге лә булып тора.

Бөтә халыҡ фронтты кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү өсөн хеҙмәт вахтаһына баҫа. Өфөлә, Белоретта, Стәрлетамаҡта заводтар боеприпастар сығарыуға күсә. Урындағы еңел, аҙыҡ-түлек предприятиелары ла үҙ эштәрен үҙгәртеп ҡора. Өфө, Ишембай, Черниковка тегеү фабрикалары хәрби кейем, маскировка халаттары, противогаз сумкалары тегә. “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!” лозунгы һәр хеҙмәт коллективы өсөн йәшәү нормаһына әйләнә.

Республика фронт өсөн лайыҡлы һәм квалификациялы өҫтәмә көстәр әҙерләй. Һуғыштың тәүге айҙарында 361-се уҡсылар, 74-се һәм 76-сы кавалерия дивизиялары ойошторола. 1941 йылдың ноябрь башында Башҡортостан хөкүмәте Дәүләт Оборона Комитетына милли формированиелар төҙөргә рөхсәт һорап мөрәжәғәт итә. Бындай рөхсәт алына, һәм республика ике башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштора. Уларҙы республика ресурстары иҫәбенә ҡоралдар, транспорт һәм башҡа кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итә. 1942 йылдың 1 майында полковник М. М. Шайморатов командованиеһындағы 112-се кавалерия дивизияһы фронтҡа китә. 2 июлдә ул һуғышҡа инә. Үҙ-үҙҙәрен аямай, ҡаһармандарса һуғышыуы менән башҡорт егеттәре данға күмелә һәм “Гвартия”, “Чернигов” дивизияһы тигән почетлы исемдәргә лайыҡ була.

1942-1943 йылдарҙа 219-сы уҡсылар дивизияһы ойошторола һәм 300-сө дивизия өҫтәп комплектлана, тиҫтәнән ашыу миномет һәм артиллерия полктары, шул иҫәптән Салауат Юлаев исемендәге 1292-се истребителдәр-танкка ҡаршы артиллерия полкы төҙөлә. Башҡортостанда тупланған ҙур төркөмдләр 284-се, 363-сө, 371-се, 377-се, 381-се уҡсылар дивизиялар составына индерелә.

Башҡортостан фашистарға ҡаршы көрәшкә бөтәһе 700 меңдән ашыу үҙенең иң яҡшы улдарын һәм ҡыҙҙарын оҙата. 322 меңдән ашыу яҡташыбыҙ яу яланынан әйләнеп ҡайтмай. Ә республика халҡы ул саҡта 2 миллион 600 мең кеше тәшкил иткән була. Башҡортостан Еңеү өсөн түләгән хаҡ бына ошондай.

Үҙ күкрәге менән дошман дзоты амбразураһын ҡаплаған гвардия рядовойы Александр Матросовтың исеме бөтә донъяға билдәле. Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин ҡабатлаған был батырлыҡ Совет армияһы яугирҙары өсөн батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһөнә әүерелә. Ленинград эргәһендә, Курск дуғаһында, Днепрҙа, Украинала һәм Белоруссияла, Балтик буйындағы һуғыштарҙа, Европа халыҡтарын азат иткәндә яҡташтарыбыҙ күп батырлыҡтар күрһәтә.

Башҡортостандың 200 меңдән ашыу яугиры ҡыйыулыҡтары өсөн орден-миҙалдар менән наградлана. 278 һалдат һәм офицер Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, 35 кеше бөтә өс дәрәжә Дан ордены кавалерҙары була. Улар – беҙҙең намыҫыбыҙ һәм ғорурлығыбыҙ, киләһе быуындар өсөн мәңгелек өлгө.

Рейхстаг өҫтөнә беренсе булып Еңеү байрағын элеүселәрҙең береһе – Мишкә районы егете Ғазый Ҡазыхан улы Заһитов. Өлкән сержант, разведчик, артиллерист һуғыштың тәүге көндәренән һуңғыһына тиклем үтә. Рейхтагҡа беренселәрҙән булып барып ингән яугирҙың күкрәген пуля үтәнән-үтә яралай. Шуға ҡарамаҫтан, 30 апрелдә кисен иптәштәре менән бергә “Еңеү Аллаһы” скульптураһы ярыҡтарының береһенән үтеп, ҡыҙыл флаг элә. Был батырлығы өсөн Герой йондоҙона күрһәтелә.

Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышының легендар летчиктарының береһе Муса Ғайса улы Гәрәевтың батырлығы хаҡында белмәгән кеше юҡтыр. Һуғышты Сталинградта башлап, Кенингсберг эргәһендә тамамлай. Уның иҫәбендә 250 хәрби осош. Фашистар уны белә һәм уттан ҡурҡҡандай ҡурҡа. 23 йәшендә Муса Гәрәев ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

Ауыр һуғыш көндәрендә Башҡортостан көнөн-төнөн ҡорал ҡойолған ышаныслы бастионға әйләнә. 1941-1942 йылдарҙа республикаға Украинанан, Белоруссиянан, Әзербайжандан, Ленинградтан, Мәскәүҙән, Рәсәй Федерацияһы өлкәләренән 120-нән артыҡ сәнәғәт предприятиелары ҡорамалдары тулыһынса йәки өлөшләтә сығарыла. Башлыса – авиация, нефть, машиналар эшләү, электроьехника, химия һәм еңел сәнәғәт предприятиелары. Өфө моторҙар эшләү заводының

Төҙөлөш майҙансыҡтарында Рыбинск, Мәскәү, Ленинград заводтарының ҡорамалдары урынлаштырыла. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Як-3, Як-7, Як-9 хәрби самолеттары, Пе-2 бомбардировщигы өсөн ҡеүәтле моторҙар сығарыу үҙләштерелә. Һуғыштың өс йылында ғына 97 мең самолет двигателе сығарыла.

Өфө паровоз-вагон ремонтлау заводы Украинанан һәм Рәсәйҙең көнбайыш өлкәләренән заводтарҙы ҡабул итә; төп продукциянан тыш, завод боеприпастар, шул иҫәптән легендар “Катюша”лар өсөн реактив снарядтар сығарыуҙы юлға һала, программанан тыш дүрт бронепоезд сығарып, уларҙың командаһын өлөшләтә үҙ эшселәре менән комплектлай. 1942 йылың уртаһына республикала фронтҡа авиамоторҙар, боеприпастар, ҡоралдар, кейем, яғыулыҡ һәм майлау материалдары, танктар өсөн ҡорамалдар, хәрби суднолар өсөн прибоҙар, ялан элемтәһе аппаратураһы, аҙыҡ-түлек биреүсе юлға һалынған хәрби хужалыҡ тулы көскә эшләй ине инде.

Тап шул саҡта, дәһшәтле һуғыш йылдарында, республиканың бөгөн иҡтисад нигеҙен тәшкил итеүсе сәнәғәт потенциалы ҡеүәтле үҫеш импульсы алды. Хәрби продукцияның төрлө төрҙәрен етештереүсе 364 яңы предприятие сафҡа инде. Республикала 5 миллион тоннанан ашыу нефть табылды, ә уны эшкәртеү 1,5 тапҡырға артты. Һәр өсөнсө танк һәм самолет Башҡортостанда етештерелгән яғыулыҡ менән заправкаланды. Эшселәрҙең һәм колхозсыларҙың ал-ял белмәй, көсөргәнешле хеҙмәте, тыл эшсәндәренең ныҡышмалы тырышлығы продукция сығарыуҙы һуғышҡа тиклемгегә ҡарағанда 2,6 тапҡырға арттырыуҙы тәьмин итте.

Республика өҙдөкһөҙ фронт өсөн квалификациялы өҫтәмә көстәр әҙерләне: һуғыш йылдарында 200 меңгә яҡын кеше – уҡсылар, снайперҙар, минометсылар, танк истребителдәре һәм башҡа белгестәр уҡытыу системаһы аша үтте. 1941 йылда ғына республика аэроклубтары 968 летчик сығарҙы, Һуғыш йылдарында бында башҡа ҡалаларҙан эвакуацияланған хәрби уҡыу йорттары ла туплана. Улар иҫәбендә В.И.Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академия, Ҡыҙыл Армия Генераль штабы акдемияһы, Ленинград артиллерия, Севастополь зенит-артиллерия, Рига һәм Гомель пехота училищелары һәм башҡалар. Улар Совет Армияһының юғары квалификациялы полководецтары һәм командирҙары әҙерләүсе тимерлеккә әүерелә, Еңеүгә өлгәшеүгә ҙур өлөш индерә.

Башҡортостанда ҡеүәтле эвакогоспиталь селтәре йәйелдерелә. Һуғыш йылдарында беҙҙә 218 мең яралы һәм ауырыу дауалана. 1942 йылды башына Башҡортостан ҡалаларында һәм ауылдарында эвакуация буйынса килгән 278 мең кеше урынлаштырыла, шуларҙың 104 меңе  Өфөлә.

Советтар Союзының Икенсе Бөтә донъя һуғышында еңеүе донъя тарихының артабанғы барышына хәл иткес йоғонто яһай. Ауыр һуғыш йылдары халҡыбыҙҙың тарихи традициялары, ата-олатайҙарыбыҙ батырлығы баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә булыуын күрһәтте. Үҙ нәҫелдәре өсөн өлгө булып, улар үҫеп килеүсе быуынды дәртләндерә һәм рухландыра, юғары бурыс тойғоһо һәм үҙенең бөйөк тарихына лайыҡлы булыу теләге уята.

Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Башҡортостан Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында

 
Башҡортостан 450