ТарихҠушылыу тарихыБашҡорт шәжәрәһе
Шулай уҡ ҡарағыҙ:
• 
Ҡушылыу тарихы

• Башҡорт шәжәрәһе

Рәсәй Хөкүмәтенең Көнсығыштағы уңышлы тышҡы сәйәсәте, Ҡазан һәм Әстерхан ханлыҡтарының ҡолауы һәм Нуғай урҙаһының Мәскәүгә буйһоноуын таныуы һөҙөмтәһендә Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуы өсөн реаль шарттар булдырыла.

Тарихи сығанаҡтарҙа, урыҫ властарының Урал буйы халыҡтары, бигерәк тә башҡорттар менән әҙәпле мөғәмәләһен һәм яһаҡ йыйыуҙағы льготаларҙы иҫәпкә алып, башҡорт халҡы юлбашсылары, билдәле бер шарттар менән подданныйлыҡ ҡабул итеүҙәрен һорап, үҙ дипломатик вәкилдәрен батша Иван Васильевичҡа ебәрә, тип йыш телгә алына.

Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуы тураһында иң эре башҡорт ырыуҙарының тарихи шәжәрәләре һөйләй. Бына шәжәрәнән ҡайһы бер яҙыуҙар. „…Туғыҙ йөҙ илле дүртенсе йыл… Ағиҙел йылғаһы буйында һәм урмандарҙа – солоҡсолоҡ, һыуҙа – ҡондоҙ, далаларҙа һуҫар һәм төлкөләргә һунар итеп, иштәктәр (башҡорттарҙы күршеләре – ҡаҙаҡтар һәм татарҙар шулай тип атай) байып китә. Туғыҙ йөҙ илле дүртенсе йыл, бөтә иштәктәр Бурнаҡ бей ҡушыуы буйынса йәшәй.

Бурнаҡ бей вафат булғас, бейлекте Тәтегәскә тапшыралар. Тәтегәс бей булғас, туғыҙ йөҙ илле туғыҙынсы йылда, сысҡан йылында, октябрь айының икенсе көнөндә урыҫтар Ҡазан ҡалаһын баҫып ала, Бынан һуң Аҡ-бей падишаһ була.

Туғыҙ йөҙ алтмыш беренсе йыл, бөтә ерҙәргә грамоталар менән илселәр ебәрелә, улар, бер кем дә ҡасмаһын, һәр кем үҙ динендә ҡалһын, үҙ йолалаларын күҙәтһен, тип хәбәр итә. Был илселәр башҡорт ерҙәрен йөрөп сығып, хәбәр итеүгә туғыҙ йөҙ алтмыш беренсе йыл башлана. Һәм мин, Тәтегәс бей, башҡа бер нәмә лә уйлап таба алмайынса, өс кешене – Аҙнай бабайҙы, Илсекәй Тимер бабайҙы, Ҡармыш бабайҙы алып, дүртәүләп, үҙебеҙ менән тағы бер нисә юлдаш алып, Ҡазан ҡалаһына килеп, Аҡ батша подданныйҙары булырға ризалаштыҡ. Ярлыҡ, бүләккә аш-һыу, атлас туҡымалар алдыҡ. Батшаға өс йөҙ йортобоҙ, ерҙәребеҙ булыуы хаҡында хәбәр иттек. Һуҫар менән яһаҡ түләргә вәғәҙә иттек. Бынан һуң Аҡ батша миңә, Тәтегәскә, мырҙа чины бирҙе, Аҙнайҙы староста яһаны.

Әйләнеп ҡайтҡас, мин бөтә халыҡты йыйҙым да: „Ырыуҙаштарым, беҙ Аҡ батшаға барып, баш эйҙек, уның ҡоло булдыҡ,  тинем. – Миңә, Тәтегәскә, падишаһ мырҙа чины бирҙе, Аҙнайҙы староста яһаны. Батшанан баш эйеп үтенеп, ҡасҡан нуғайҙар ерҙәрен үҙебеҙгә алдыҡ. Йөҙ һуҫарҙан яһаҡ түләргә ризалаштыҡ. Ә хәҙер һеҙ быларҙың барыһын да ҡабул итерһегеҙме?“ - тип һораным. Бөтә халыҡ „яҡшы, һәр беребеҙ ысын күңелдән риза“ тине. Ләкин мин батша миңә, мырҙаға, яһаҡ түләмәҫкә ҡушты, тинем. Ярай, шулай булһын, тип яуап бирҙе ырыуҙаштарым. Халыҡ, хәҙер был ерҙә ҡышҡы торлаҡ өсөн урын бар, йылғалар, оя ҡорған бөркөттәр һәм йылғаларында күсмә ҡоштар бар, тине“.

(Юрматы ырыуы башҡорттары шәжәрәһенән. Башҡорт шәжәрәләре. Өфө, 1960. 33-сө бит).

„1552 йылда октябрҙең 2-се көнөндә урыҫтар Ҡазан ҡалаһын ала һәм йорттар һала. Һуңынан, 1564 йылда, дүрт башҡорт ҡәбиләһе илсеһе, атап әйткәндә, Үҫәргәндән Бикбау кенәз, Ҡыпсаҡтан Ҡаракүзәк бей Мишәүәли, Бөрйәндән Иҫкебай кенәз, Тамъяндан Шәғәли Шаҡман кенәз, дүрт ырыу исеменән Ҡазан ҡалаһына бөйөк кенәз Иван Васильевичҡа бара. Берәүҙәре – Бусай хан, икенселәре нуғай мырҙаһы Аҡтүш бей  иҙеүенән яфа сиккән башҡорттар, уларҙы тотоп Рәсәй ханы Иван Васильевичҡа тапшыра. Бөйөк кенәз Иван Васильевич подданныйҙары булып китә. Еребеҙҙә булған байлыҡтарҙан – солоҡ балынан, һуҫар, ҡайһы берәүҙәре ҡама, ҡондоҙ тиреһенән – батшаға яһаҡ илтә. Ләкин был яһаҡты урмандарҙа йәшәгән мосолман динле төрлө ырыуҙар араһында бүлеп бирәләр: Инйәр йылғаһы буйлап – Ҡатай, Сим буйлап – Ҡаҙаяҡ, Ләмәҙ буйлап – Төркмән, Өфө йылғаһы буйлап – Бүләкәй ырыуҙары, Үҙән буйлап – Шайтан-Көҙәй башҡорттары, Уйҙан баш алған Ҡыйғы, Ҙур Ыҡ йылғалары буйлап – Дунай башҡорттары, Һаҡмар, Ағиҙел буйлап – Үҫәргән, Бөрйән башҡорттары.

Барыбыҙ ҙа үҙ-ара килешеп, Ҡазан ҡалаһында үрҙә телгә алынған яһаҡ түләнек, һәм батша Иван Васильевич, беҙҙең ризалығыбыҙҙан башҡа, башҡорт халҡын башҡа йөкләмәләр менән ыҙалатмаҫҡа һүҙ бирҙе, Указ грамотаһы (килешеү мәғәнәһендә) төҙөп, ерҙәребеҙ һәм динебеҙ тураһында айырып яҙып ҡуйҙылар, Ислам дине тотҡан башҡорттарҙы башҡа дингә күсерергә көсләмәҫкә һүҙ бирҙеләр һәм ант иттеләр. Ошо шарттарҙа килешеп, бер-беребеҙҙән ҡул ҡуйҙырып, грамотабыҙҙы Ҡазан ҡалаһында кенәгәгә яҙып ҡуйҙылар. Был кенәгәгә яҙылған указ грамотаһы әле булһа беҙҙең ҡулыбыҙҙа. Бынан тыш, ҡаҙна идарасыһы 1567 һәм 1586 йылдарҙа беҙ түләгәндән, йәғни күрһәтелгән яһаҡты илткәндән һуң ҡул ҡуйған хат та әлегә тиклем беҙҙең ҡулыбыҙҙа. Һуңынан Ҡазан ҡәлғәһе алыҫ булыу арҡаһында яһаҡты илтеүе ҡыйын булыу сәбәпле, ҡаҙна идарасыһы яҡын булһын өсөн беҙҙең ризалыҡ менән, беҙҙең еребеҙҙә бөйөк батша Өфө ҡәлғәһен төҙөнө. Ошонан һуң, 1648 йылда, мосолман дине нигеҙендә бирелгән антҡа ярашлы, бөйөк батшаға тоғро хеҙмәт итеп, Рига, Азовта һуғыштыҡ һәм уның (йәғни батшаның) дошманын еңдек“.

Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Башҡорт шәжәрәһе

 
Башҡортостан 450