→
Тарих→
XVI-XIX быуаттар
Шулай уҡ ҡарағыҙ:
• Башҡортостан ХVII-ХIХ быуаттарҙа
•
1773-1775 йылдарҙа Крәҫтиәндәр һуғышы
• XVII-XVIII быуаттарҙа башҡорт ихтилалдары
• Башҡортостан XVIII быуат аҙағында -
ХХ быуат башында
ХVII быуатта Башҡортостанда патриархаль-ырыу мөнәсәбәттәре ҡалдыҡтары һаҡлана. Р.Ғ. Кузеевтың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, башҡорттарҙа 40-тан ашыу ҡәбилә, 120 ырыу иҫәпләнә. Улустар башында старшиналар – бейҙәр тора. Улустар аймаҡтарға бүленә, уларҙың башында ла старшиналар тора.
Административ яҡтан башҡорттарҙың ерҙәрен Ҡазан һарай приказы ҡарамағында булған Өфө өйәҙе тәшкил итә. Өйәҙ даруға тип аталған дүрт административ-территориаль берәмеккә бүленә: Ҡазан, Уҫы, Себер, Нуғай. Башҡорт ерҙәренең төньяҡ өлөшө Ҡазан даруғаһына, үҙәк һәм көньяҡ өлөшө Нуғай, көнсығышы – Себер, төньяҡ ерҙәре Уҫы даруғаһына ингән. Даруғалар ырыу-ҡәбилә системаһы нигеҙендә ойошторолған административ улустарға бүленгән.
Һуңыраҡ губерна, өйәҙ, улус төп административ-территориаль берәмектәр була. Башҡортостан Ырымбур губернаһы составына инә һәм үҙ эсенә түбәндәге өйәҙҙәрҙе индерә: Ырымбур, Быҙаулыҡ, Верхнеуральск, Бәләбәй, Бөрө, Бөгөлмә, Минзәлә, Стәрлетамаҡ, Өфө, Силәбе, Троицк. Уҫы даруғаһындағы башҡорт ерҙәренең бер өлөшө Пермь губернаһы составына инә.
ХVII-ХIХ быуаттарҙа күсмә малсылыҡ һәм солоҡсолоҡ башҡорттарҙың төп шөғөлө булып ҡала. Улар шулай уҡ hунарсылыҡ, балыҡ тотоу, емеш-еләк йыйыу, тоҙ табыу менән дә шөғөлләнә. Игенселек хужалыҡтың ярҙамсы тармағы булып ҡала. Уҫы даруғаһы башҡорттары өсөн генә ХVIII быуат уртаһында игенселек малсылыҡ кеүек үк роль уйнай. Кәсептәрҙән май сеймалы, ағас эшкәртеү, ҡул менән туҡыу киң таралған була. Башҡорттар тимерлек-ювелир эше менән дә шөғөлләнә. Йәмғиәттә натураль хужалыҡ өҫтөнлөк итә, шулай ҙа алмашыу һәм сауҙа ла алып барыла. Башҡорт феодалдары (бейҙәр, кенәздәр, тархандар, старосталар, старшиналар, йөҙ башлыҡтары) хәрби хеҙмәт алып бара һәм яһаҡ түләүҙән азат ителә. Уларҙың төп өлөшөн тархандар тәшкил иткән. ХVIII быуат тарихсыһы П.И. Рычков, башҡорттарҙың тархандары „дворяндар кеүек, төрлө өҫтөнлөктәргә эйә булған , тип иҫәпләнгән. Үҙ улусы сигендә теләгән бер ергә хужа була алған. Нәҫелдән-нәҫелгә күскән һәм шәхси тархан титулдары булған. Мосолман дине етәкселәре – ахундар һәм муллалар ҙа феодалдар булып торған.
Яһаҡлы башҡорттар асылда азат булған, үҙ хужалығында, өлөшләтә феодал хужалығында эшләгән, яһаҡ түләгән һәм хәрби хеҙмәт алып барған. Яһаҡлы кешеләрҙән түбән туҫнаҡтар торған. Улар бурыс ҡабалаһына эләгеп, үҙ хужалығынан яҙған һәм шәхси азатлығын юғалтҡан. . Унан һуң феодалдар ҡулына эләгеп, уларҙың хужалығында эшләгән.
Ерҙең хужаһы булып башҡорт общинаһы торған. Һәр общинасы община еренең бер өлөшө менән файҙаланыу хоҡуғына эйә булған. Улус старосталары (старшиналары) көтөүлектәрҙе һәм башҡа ер участкаларын общинасылар араһында бүлеп биргән. Улар тархандар менән бергә башҡа улус башҡорттарын һәм ситтән күсеп килеүселәрҙе үҙ ерҙәренә индереү мәсьәләһен дә хәл иткән.
Башҡорттарҙан тыш, крайҙа урыҫтар, мишәрҙәр, татарҙар, мариҙар, мордвалар, сыуаштар, удмурттар йәшәгән. Күсеп килгән халыҡ бер төрлө генә булмаған. Мәҫәлән, урыҫтар араһында дворяндар ҙа, крәҫтиәндәр ҙә булған. ХVII быуат аҙағына төбәктә 57 фамилиялы 168 дворян иҫәпләнгән. Улар сағыштырмаса ҙур булмаған поместьеға (125-500 дисәтинә һөрөнтө ер) һәм 2-9 крәҫтиән йортона хужа булған.
1736 йылдың 11 февралендәге Указ ҡабул ителгәндән һуң хәл үҙгәрә, уға ярашлы, урыҫ дворяндарына башҡорт ерҙәре бүлеп кенә бирелмәй, уларҙы һатып алыу хоҡуғына ла эйә була. Шулай уҡ һарайҙар һәм монастырь ерҙәре лә киңәйтелә.
Баҫма өсөн версия
Сайт картаһы
Биттең өҫкө яғына
|
|
XVI-XIX быуаттар
Башҡортостан 450
|