ХХ быуат башында
ХХ быуат башында
1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышынан һуң төбәкте колониялаштырыу көсәйтелә. Волга буйы халыҡтары, үҙәк губерналарҙан урыҫ крәҫтиәндәре күпләп күсеп килеү менән бәйле , төбәктең халыҡ составында башҡорттар нисбәте һиҙелерлек кәмей. Мәҫәлән, 1897 йылда Башҡортостанда бөтәһе 3.8 миллион кеше иҫәпләнә, шуның 1,3 миллионын – башҡорттар, 1,9 миллион – урыҫтар, 280 мең татарҙар тәшкил итә.
Крәҫтиәндәр һуғышынан һуң башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен тартып алыу көсәйә. ХVIII быуат уртаһына башҡорттар үҙ ерҙәренең яртыһын юғалта. ХХ быуат башында башҡорттарҙа элекке үҙ биләмәләренең 20 проценты ғына тороп ҡала.
Рәсәй империяһының көньяҡ-көнсығыш сиктәрен һаҡлау маҡсатында ХVIII быуат аҙағында Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы индерелә. Башҡорттар хәрби казак сословиеһына күсерелә. 11 башҡорт һәм 7 казак кантоны ойошторола. Хәрби хеҙмәт сығымдарын ҡаплау башҡорттарҙың үҙҙәренә йөкмәтелә. 4-5 йорттан бер яугир бүленә. Уны тәьмин итеүгә һәр хужалыҡтан 5-6 һум көмөш аҡса йыйыла. Рәсәй сиктәрен ҡаҙаҡ һәм башҡа халыҡтар сапҡындарынан һаҡлау хәрби хеҙмәттә тороусыларҙың төп бурысы була. Башҡорт һәм мишәр отрядтары Ырымбур губернаһындағы сыуалыштарҙы баҫтырыу өсөн дө файҙаланыла, Ҡазанда, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, йәрминкә үткән ҡалаларҙа полиция хеҙмәтен үтәй, ҡасҡындарҙы эҙләүҙә лә ҡатнаша. Ҡайһы берҙә улар Рәсәйҙең көнбайыш сиктәрендә хәрби ҡарауыл хеҙмәтендә тора. Башҡорт полктары 1805-1807 йылдарҙа Рәсәй-Франция һуғышына, 1812 йылғы Ватан һуғышына, 1809-1829 йылдарҙа Төркиә менән һуғышҡа, 1853-1856 йылғы Ҡырым һуғышына, шулай уҡ 1839-1840 һәм 1852-1857 йылдарҙа Урта Азияны баҫып алыу походтарына йәлеп ителә.
Рәсәйҙең ер сәйәсәте башҡорттарҙың хужалығын үҫтeрeүгә етди йоғонто яһай. ХIХ быуаттың беренсе яртыһында уларҙың төп кәсебе ярым күсмә малсылыҡ була. 1865 йылда идара итеүҙең кантонлыҡ системаһы бөтөрөлә, башҡорттар граждандар сословиеһына күсерелә, хәрби хеҙмәт урынына уларға аҡсалата һалым һалына.
Столыпин аграр реформаһын үткәреү төп халыҡтың ергә аҫабалыҡ хоҡуғын юҡҡа сығара, шулай ҙа юридик яҡтан аҫабалыҡ 1917 йылға тиклем һаҡлана. Крәҫтиәндәр ер банкыһы, башҡорт ерҙәрен баҙар хаҡына ҡарағанда күп тапҡыр арзанға һатып алып, реформа үткәреү өсөн ер фонды туплай. Реформа барышында башҡорттар 300 мең дисәтинә аҫаба ерҙәрен юғалта.
Төбәк хужалығында сәнәғәт һәм сауҙа мөһим тармаҡтар булып тора. ХIХ быуаттың беренсе яртыһында 28 тимер эшкәртеү һәм баҡыр иретеү заводы эшләй. Поташ заводтары, шарап ҡыуыу, буҫтау, кирбес һуғыу, туң май иретеү, һабын ҡайнатыу, күн эшкәртеү, май шәм яһау, алтын сығарыу предприятиелары эшләй. Урман промыслалары һәм тоҙ сығарыу әһәмиәтле тармаҡтарҙан һанала. Тау сәнәғәте йылдам үҫешә башлай. Тимер һәм ҡорос етештереү арта.
Өфөлә һәм Ырымбурҙа Дәүләт банкыһы бүлексәләре ойошторола. Тау һәм алтын сығарыу предприятиеларына сит ил капиталы үтеп инә башлай.
Ҡалалар һаны артыуы ХIХ быуаттың беренсе яртыһының һиҙелерлек ыңғай күренеше була (14 ҡала, шул иҫәптән 2 губерна ҡалаһы Өфө һәм Ырымбур, 12 өйәҙ ҡалаһы). Ҡалалар асылда хәрби-административ үҙәктәр була. Ләкин ХIХ быуаттың уртаһынан уларҙа сәнәғәт һәм сауҙа предприятиелары һаны арта. ХIХ быуат аҙағында Өфөлә 35, Ырымбурҙа 80-дән ашыу сәнәғәт предприятиеһы иҫәпләнә. Ҡалаларҙың тышҡы күренеше үҙгәрә, кирбес биналар төҙөлә, таш түшәлгән урамдар күренә башлай, транспорт та үҫеш ала. Ҡоро ер һәм һыу транспорты менән бер рәттән тимер юл транспорты ла барлыҡҡа килә. ХIХ быуаттың 80-90-сы йылдарында Һамар – Златоуст тимер юлының төҙөлөүе төбәкте илдең үҙәк райондары менән тағы ла нығыраҡ бәйләй.
Баҫма өсөн версия|
|
Башҡортостан XVIII быуат аҙағында -
|