→
Тарих→
XVI-XIX быуаттар→
1773-1775 йылдарҙа Крәҫтиәндәр һуғышы
Башҡортостан ХVII-ХIХ быуаттарҙа
• 1773-1775 йылдарҙа Крәҫтиәндәр һуғышы
• XVII-XVIII быуаттарҙа башҡорт ихтилалдары
• Башҡортостан XVIII быуат аҙағында -
ХХ быуат башында
Башҡортостанда 1773-1775 йылғы крәҫтиәндәр һуғышы
ХVIII быуаттың 50-се йылдарының икенсе яртыһында һәм 70-се йылдары башында урыҫ батшалығы үткәргән сәйәсәткә халыҡтың бөтә ҡатламдары ла: завод эшселәре, ҡалалар халҡы, казактар, крәҫтиәндәр ризаһыҙлыҡ белдерә. 1772 йылда Яйыҡ казактарының баш күтәреүен аяуһыҙ баҫтырыу уларҙың яңы күтәрелешенә сәбәп була. Ихтилалға башҡорттар, завод эшселәре һәм хеҙмәткәрҙәр, крәҫтиәндәр ҡушыла, һәм ул ҡеүәтле 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышына әүерелә. Ул төбәктәге бөтөн халыҡтың тәүге берлектәге көрәше була. Бында ихтилалды башлаусы Яйыҡ казактары, иң күп һәм әүҙем ҡатнашыусы башҡорттар һәм урыҫ крәҫтиәндәре айырыуса ҙур роль уйнай. Крәҫтиәндәр һуғышының 252 етәксеһенең 88-е башҡорт була. Уларҙан иң билдәлеләре – С.Юлаев, К.Арыҫланов, Я.Тләүмбәтов һәм башҡалар. Крәҫтиәндәр һуғышының беренсе этабында Ырымбур эргәһендә Е.И. Пугачев ғәскәрҙәренең яртыһын башҡорттар тәшкил итә. Волганан алып Тубылға тиклем территорияла хәрәкәт итеүсе баш күтәреүселәр отрядтарында ла башҡорттар өҫтөнлөк итә. Ихтилалдың икенсе этабында көрәш, нигеҙҙә, Башҡортостандың үҙәк райондарында бара, ә башҡорттар һәм заводтарҙа эшләүсе урыҫ крәҫтиәндәре баш күтәреүселәрҙең төп көсөн тәшкил итә. Өсөнсө этапта ла, Пугачев Урта Волгаға киткәс тә, Башҡортостан Крәҫтиәндәр һуғышының төп усаҡтарының береһе булып ҡала, бында ихтилал 1774 йылдың ноябрь аҙағына тиклем дауам итә. 1773-1775 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы еңелеүгә дусар була, ләкин был хәрәкәттән ҡото алынған батша хөкүмәте Башҡортостанға ҡарата үҙенең сәйәсәтенә төҙәтмәләр индерергә мәжбүр була.
Баҫма өсөн версия
Сайт картаһы
Биттең өҫкө яғына
|
|
1773-1775 йылдарҙа Крәҫтиәндәр һуғышы
Башҡортостан 450
|