→
Тарих→
XVI-XIX быуаттар→
XVII-XVIII быуаттарҙа башҡорт ихтилалдары
Башҡортостан ХVII-ХIХ быуаттарҙа
• 1773-1775 йылдарҙа Крәҫтиәндәр һуғышы
• XVII-XVIII быуаттарҙа башҡорт ихтилалдары
• Башҡортостан XVIII быуат аҙағында -
ХХ быуат башында
ХVII-ХVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдары
Башҡортостан Рәсәйгә башҡорт һәм урыҫ халҡы араһында үҙ-ара нормаль мөнәсәбәттәр урынлаштырыу өсөн нигеҙ һалған договор нигеҙендә ҡушыла. Ләкин ХVII быуаттың беренсе яртыһынан властар ике йөҙлө сәйәсәт үткәрә: рәсми рәүештә ҡушылыу шарттарын үтәгән булып, ғәмәлдә уларҙы боҙорға тотона. ХVII быуат уртаһынан улар башҡорт ерҙәрен баҫып ала башлай. Ул ерҙәрҙә ҡәлғәләр, ә ХVIII быуат башынан заводтар төҙөлә. ХVIII быуат башында башҡорт ерҙәрендә 31 нығытылған ҡәлғә барлыҡҡа килә.Ҡәлғә тирәһендәге ерҙәр дворяндарға, монастырҙарға, сауҙагәрҙәргә, ваҡ хеҙмәт кешеләренә, бер өлөшө урыҫ крәҫтиәндәренә бүлеп бирелә. Яһаҡ йыйыу һәм суд эшендә лә Өфө воеводалары төп халыҡҡа ҡарата башбаштаҡлыҡ һәм золомлоҡ ҡыла. ХVII быуаттың икенсе яртыһында – ХVIII быуат башында бер нисә тапҡыр мосолман башҡорттарҙы көсләп суҡындырыуға ынтылыш яһала.
Ерҙәрҙе тартып алыу, һалым һәм йөкләмәләрҙең артыуы башҡорттар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Үҙ ерҙәрен һәм азатлыҡтарын яҡлап, улар үҙәк властарға ғарызнамәләр менән мөрәжәғәт итә, һуңынан күп тапҡырҙар баш күтәрә. Көрәш бик ҙур территорияла йәйелдерелә, унда башҡорт халҡының бөтә ҡатламдары ҡатнаша. Уларға төбәктәге урыҫ булмаған күскенсе халыҡтар, күрше ханлыҡтар халҡы ла ҡушыла. Башҡорттарҙың Рәсәйгә ҡушылған саҡта килешелгән шарттарҙың үтәлеүен талап итеү көрәштең төп маҡсаты була. Батша хөкүмәте баш күтәреүселәрҙең талаптарын үтәргә мәжбүр була.
ХVIII быуаттың 30-сы йылдарынан Башҡортостан хәрби ҡаласыҡтар селтәре менән ҡаплана. 100-гә яҡын ҡәлғә һәм редут һалына. Ҡаҙна һәм шәхси баҡыр иретеү, тимер етештереү заводтарын төҙөү эше киң йәйелдерелә. ХVIII быуат аҙағына уларҙың һаны 70-кә етә. Башҡорт ерҙәрен урыҫ дворяндары, чиновниктары, офицерҙары, сауҙагәрҙәре, мишәрҙәр, һалдаттар һәм драгундар баҫып ала башлай. Хөкүмәт үҙәк райондарҙан һәм Урта Волга буйынан Башҡортостанға күсенергә теләгән бөтә кешеләргә (сауҙагәрҙәргә, һөнәрселәргә, крәҫтиәндәргә) һәр төрлө булышлыҡ күрһәтә, уларға ер бирелә.
ХVIII быуат уртаһында һалымдар һәм йөкләмәләр һиҙелерлек арта. Ылау һалымы халыҡ иңенә ауыр йөк булып төшә. Башҡорттарҙы Ырымбур һәм Өфө ҡалаларын яңы һалынған ҡәлғәләр менән бәйләүсе почта стандарын тоторға мәжбүр итәләр. Мәсеттәр төҙөү тыйыла, мосолман дине һәм дин әһелдәре өҫтөнән күҙәтеү көсәйтелә. Урындағы үҙидаралыҡтар көсөн юғалта, нәҫелдән-нәҫелгә бирелеп килгән старосталыҡ вазифаһына батша хакимиәте тарафынан тәғәйенләнгән старшиналар ҡуйыла башлай. Былар барыһы ла күп тапҡырҙар баш күтәреүгә килтерә. Был ихтилалдар аяуһыҙ баҫтырыла.
Башҡорттарҙың бик күптәре ҡорбан була, улар үҙ ерҙәренең байтаҡ өлөшөн юғалта. Әммә ихтилалдар бушҡа булмай: башҡорттар үҙ азатлығын, ергә аҫабалыҡ хоҡуғын һаҡлап алып ҡала, үҙҙәрен суҡындырыуға юл ҡуймай.
Баҫма өсөн версия
Сайт картаһы
Биттең өҫкө яғына
|
|
XVII-XVIII быуаттарҙа башҡорт ихтилалдары
Башҡортостан 450
|