ТарихҠушылғанға тиклем
Шулай уҡ ҡарағыҙ:
• Башҡортостан ҡушылғанға тиклем
• 
Бәронғо ваҡыттарҙа Башҡортостан территорияһы

• Башҡортостан IX-XIII быуаттарҙа
• Башҡортостан Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң
• Башҡорт халҡының демографияһы

Ғалимдар, көнсығыш башҡорттарының этногенезы башлыса боронғо төрки ҡәбиләләр нигеҙендә башланған, тип раҫлай.

VI быуат уртаһында төркиҙәр көнсығышта Тымыҡ океандан көнбайышта Төньяҡ Кавказға тиклем, төньяҡта Себерҙең урман-дала райондарынан көньяҡта Ҡытай сиктәренә һәм Урта Азияға тиклем һуҙылған ҡеүәтле дәүләт төҙөй. Көньяҡ Урал, башҡорттарҙың этник территорияһы, төркиҙәр империяһы составында була.

Яҙма сығанаҡтар буйынса, Уралда боронғо башҡорт ҡәбиләләре IX быуатта барлыҡҡа килә. 840 йылдар тирәһендә башҡорттар эргәһендә ғәрәп сәйәхәтсеһе Сәлләм әт-Тәрджемән булып китә, тап ул башҡорттар иленең сиктәрен күрһәтә лә инде. Икенсе ғәрәп авторы  әл-Мәсүҙи, Арал диңгеҙе эргәһендәге һуғыштар тураһында һөйләп, һуғышыусы халыҡтар араһында башҡорттар булыуын телгә ала.

Башҡорттар тураһында дөрөҫ мәғлүмәттәр 922 йылда Бағдад хәлифәһе илселеге составында Волга буйы Болғарияһына килгән Әхмәт ибн-Фаҙландың китабында бирелә. Ул башҡорттарҙы тәбиғәттең төрлө көстәренә, ҡоштарға һәм йәнлектәргә табынған һуғышсан төрки халыҡ итеп һүрәтләй.

Уралда башҡорттар дөйөм этнонимы, үҙенсәлекле мәҙәниәте, теле менән берҙәм халыҡ булып ойоша. Бында улар урындағы фин-уғыр һәм сармат-алан халҡы менән аралаша һәм, күп һанлы халыҡ булараҡ, уларҙың күп өлөшөн үҙ мөхитенә ҡарата.

ХIII быуатта Евразияның күп халыҡтары, ныҡышмалы ҡаршы тороуҙарына ҡарамаҫтан, монголдар власы аҫтында ҡала. Башҡорттар улар менән тәүге тапҡыр 1219-1220 йылдарҙа таныша, ул саҡта ҙур ғәскәр башлығы Сыңғыҙ хан башҡорттарҙың йәйләүҙәре урынлашҡан Иртышта йәй үткәрә. Ике халыҡтың бер-береһенә ҡаршылығы оҙаҡ дауам итә.

ХII-ХIV быуатта башҡорттар йәшәгән бөтә территория Алтын Урҙа составында була. Батый хандың ағаһы Шәйбән, мәҫәлән, хәҙерге Ҡурған башҡорттарының ата-олаталары төйәге – Урал тауҙарының көнсығышына ерҙәрҙе ала.

Монгол-татар хакимлығы осоронда ҡайһы бер башҡорттарҙың этно-мәҙәни йөҙөндә ҡыпсаҡ һыҙаттары көсәйә.

Алтын Урҙа дәүерендә уларҙың составына айырым монгол элементтары, ХVII-ХVIII быуаттарҙа – ҡалмыҡтарҙың бер аҙ өлөшө һәм Урта Азия һарттары, ХVI-ХХ быуаттарҙа татарҙарҙың төрлө төркөмдәре килеп ҡушыла.

Иртә феодаль монгол дәүләте тарҡалғас, башҡорттар ХV быуатта барлыҡҡа килгән Нуғай Урҙаһы, Ҡазан һәм Себер ханлыҡтары араһында бүленеп ҡала. Урал аръяғы башҡорттары Себер ханлығына буйһона.

Бындай сиктән тыш ҡатмарлы эске һәм тышҡы шарттарҙа башҡорт халҡының берҙән-бер ҡеүәтле терәге булып Мәскәү дәүләте генә тора ала.

Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Ҡушылғанға тиклем

 
Башҡортостан 450