→
Тарих→
Ҡушылғанға тиклем→
Башҡортостан Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң
Башҡортостан ҡушылғанға тиклем
• Бәронғо ваҡыттарҙа Башҡортостан территорияһы
• Башҡортостан IX-XIII быуаттарҙа
• Башҡортостан Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң
• Башҡорт халҡының демографияһы
ХIII быуат аҙағында – ХIV быуат башында Алтын Урҙа ике өлөшкә бүленә. Уралдан Көнсығыш Себергә тиклем бөтә далалар һыҙатын индергән көнсығыш өлөшө Аҡ Урҙа исемен ала һәм Нуғай тоҡомдары биләмәһе була. Волга буйы территорияһын һәм Ҡырымдан алып көнбайышҡа табан территорияны индергән көнбайыш өлөшө Туҡтамыш тоҡомдарына эләгә.
Туҡтамыштың ХIV быуат аҙағында Алтын Урҙаның берҙәмлеген һәм элекке ҡеүәтен тергеҙергә маташыуы уңышһыҙ тамамлана.
Эске социаль-иҡтисади процестар ХV быуаттың беренсе яртыһында Алтын Урҙа дәүләте емереклектәрендә бер нисә феодаль ханлығы төҙөлөүгә килтерә. Башҡортостан территорияһы өс сәйәси берәмек киҫелешендә барлыҡҡа килә. Волгала Ҡазан ханлығы төҙөлә, унда һуңғы урҙа хандарының береһе Оло Мөхәмәт династияһы нигеҙ ҡора. Ҡазан ханлығының башҡорттарға сәйәси һәм хужалыҡ-мәҙәни йоғонтоһо, һис шикһеҙ, ҙур була. Әммә Ҡазан хандарының даими протектораты аҫтында булған башҡорт территорияһы ҙур булмай. Ул Ыҡтың урта һәм түбәнге ағымы, Минзәлә үҙәне, Ағиҙелдең түбәнге яғы һәм Каманың һул яҡ яр буйы райондары менән сикләнә.
ХVI быуат уртаһына тиклем Себер ханлығының башҡорттарға сәйәси йоғонтоһо көслө булмай. ХVI быуат уртаһынан алып ҡына көнсығышта рус сәйәсәте әүҙемләшеүе, Ермак походтары һәм Рус дәүләтенең Себер ханлығына һөжүме менән бәйле, Урал аръяғы башҡорттарының бер өлөшө Кучумовичи яғында көрәшкә ылыҡтырыла. Әммә уларҙың бындағы сәйәси хакимлығы тотороҡло һәм оҙайлы булмай.
Нуғай ханлығы ХV ХVI быуаттың беренсе яртыһындағы Башҡортостан өсөн төп сәйәси фактор була. Уның хакимлығы Башҡортостандың ҙур өлөшөнә тарала; көнбайышҡа Урал һыртынан алып ул Ағиҙел йылғаһының түбәнге ағымына тиклем етә, Урал аръяғында – Ыҡ һәм Әй йылғалары үренә. ХVI быуаттың беренсе яртыһында Нуғай ханлығы ике үҙ аллы Ҙур һәм Бәләкәй Урҙаларға тарҡала. Башҡортостан Ҙур Нуғай урҙаһы власы аҫтында ҡала.
Баҫма өсөн версия
Сайт картаһы
Биттең өҫкө яғына
|
|
Башҡортостан Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң
Башҡортостан 450
|