ТарихҠушылғанға тиклемБәронғо ваҡыттарҙа Башҡортостан территорияһы
Шулай уҡ ҡарағыҙ:
• 
Башҡортостан ҡушылғанға тиклем

• Бәронғо ваҡыттарҙа Башҡортостан территорияһы
• Башҡортостан IX-XIII быуаттарҙа
• Башҡортостан Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң
• Башҡорт халҡының демографияһы

Таш быуат

Хәҙерге Башҡортостан территорияһында палеолит (таш быуат) дәүеренән үк кешеләр йәшәгән. Был турала Көньяҡ Урал мәмерйәләрендәге кеше эҙҙәре, йылға һәм күл яр буйҙарындағы торалар раҫлай.

Палеолит дәүеренең иң мөһим ҡомартҡыһы булып Шүлгәнташ мәмерйәһе тора.

Шүлгәнташ – Көньяҡ Уралдағы иң ҙур мәмерйәләрҙең береһе. Ул Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында, Бөрйән районындағы башҡорт дәүләт ҡурсаулығы территорияһында урынлашҡан. Ул өс яруслы, ҙур ҡыуышлыҡтары һәм үтеп йөрөмәле арауыҡтары бар; дөйөм оҙонлоғо 2 километрҙан ашыу. Төрлө кимәлдәге зал һәм галереяларында эске мәмерйә микроклиматы төрлөсә. Һәр ярусҡа температура, дымлылыҡ һәм һауа йөрөшөнөң үҙ режимы хас. Мәмерйә аша ер аҫты йылғаһы Шүлгән аға. Ул мәмерйә ауыҙынан 12 километр төньяҡҡараҡ сығып ята. Шүлгәнгә етәрәк 2 километр ҡалғас, йылға шаулап ағып ер аҫтына китә, мәмерйә ауыҙы алдында көслө шишмә урғылып сыға һәм 3 метр киңлегендәге бәләкәйерәк күлгә әүерелә. Шүлгәнташ тураһында беренсе булып П.И. Рычков ХVIII быуатта яҙған. 1954 йылда зоолог А.В. Рюмин стеналарға палеолит осоронда төшөрөлгән һүрәттәрҙе тапҡан.

Мәмерйәлә һүрәтләнгән һындар 1960-71 йылдарҙа археолог О.Н. Бадер тарафынан тикшерелә. 30-ға яҡын рәсем (мамонттар, носорогтар, ҡырағай эттәр һ.б.) табылған. Фигураларҙың оҙонлоғо 44 сантиметрҙан 122 сантиметрға тиклем. Улар туң майға ҡушып иҙелгән ҡыҙыл охра менән төшөрөлгән.

Башҡарыу алымдары һәм техникаһы буйынса был рәсемдәр Испанияла һәм Францияла табылған мәмерйә-ғибәҙәтханаларҙағы һүрәттәргә оҡшаш. Ғалимдар фекеренсә, Шүлгәнташ мәмерйәһе лә боронғо Урал ҡәбиләләренең ғибәҙәтханаһы булған. Ул бөгөн дә башҡорттарҙа изге, шифалы урын булып иҫәпләнә. Шуға күрә яҡындағы райондар башҡорттары һаулыҡ, бәхет, уңыш эҙләп бында килә. Улар мәмерйә батҡағы менән буяла, Шүлгән йылғаһы һыуы менән йыуына, медитация яһай, тинлек аҡса һәм өҫ кейеменән еп менән хәйер һала. Алыҫтан килеүселәр бер нисә көнгә мәмерйә эргәһендә ҡала. Мәмерйәлә өс тапҡыр булыусы күп сирҙәрҙән һәм уңышһыҙлыҡтарҙан ҡотола, тип иҫәпләнә.

Башҡорттарҙа күп риүәйәттәр Шүлгәнташ мәмерйәһе менән бәйле. Бер легендаға ярашлы, Шүлгән күле төбөнән көтөү-көтөү йылҡы һәм башҡа малдар сыҡҡан. Үрҙә әйтелгән факттарҙан сығып, ғалимдар башҡорттарҙы Шүлгәнташ мәмерйәһендә һүрәттәр яһаған боронғо ҡәбиләләр тоҡомо тип иҫәпләй.

Бронза быуаты

Беҙҙең эраға тиклем III мең йыллыҡ аҙағында Көньяҡ Урал ҡәбиләләре бронза быуатына аяҡ баҫа. Был осорҙа улар бронзанан хеҙмәт һәм һуғыш ҡоралдары, биҙәүестәр әҙерләй башлай. Былар барыһы ла крайҙа игенселек һәм малсылыҡ, ҡәлғәләр һәм ҡалалар, сауҙа һәм алыш-биреш, яңы ғөрөф-ғәҙәттәр һәм йолалар, халыҡтың белем һәм мәҙәниәте үҫешенә булышлыҡ итә. Был осорҙоң сағыу ҡомартҡыһы булып тарихи Башҡортостан территорияһында урынлашҡан Арҡайым ҡала-ҡәлғәһе тора. Һуңғы йылдарҙа республика археологтары Сибай, Баймаҡ районында Арҡайым тибындағы тағы биш ҡомартҡы тапты.

Арҡайым 1987 йылдың яҙында табыла.

Арҡайым бынан 3600-3700 йыл элек булыуға ҡарамаҫтан, биләмәнең төп контурҙары әле лә яҡшы күренә. Ҡош осор бейеклектән ҡарағанда оборона стеналары, емерелгән торлаҡтар, үҙәк майҙан һәм дүрт инеү юлы күренә, улар араһында көньяҡ-көнсығышҡа ҡараған төп инеү юлы айырылып тора.

Ҡаҙыныуҙар һөҙөмтәһендә Арҡайымдың ҡала-ҡәлғә, бронза етештерелгән ҡала-оҫтахана, ҡала-ғибәҙәтхана һәм ҡатмарлы астрономик күҙәтеүҙәр алып барылған обсерватория булыуы асыҡланған. Ҡала планировкаһының аныҡлығы, мөһим астрономик ориентир элементтары булыуы Арҡайым менән бөтә донъяға билдәле Великобританиялағы боронғо Стоунхендж астрономик обсерваторияһы һәм Яҡын Көнсығыштағы Роджемхими ҡоролмалары араһында аналогия үткәрергә мөмкинлек бирә. Арҡайымды аҡрынлап донъя мәҙәниәте үҙәктәренең береһе тип таный башланылар. Бында кешелектең легендар эшмәкәрҙәренең береһе Заратустраның (Зороастра) тыуған иле булған, тигән фараз бар.

Арҡайымға нигеҙ һалынған 4000 йыл тирәһе элек бында экологик шарттар сағыштырмаса уңышлы булған, тип фаразлана. Һуңынан, ғалимдар фекеренсә, көтөүлектәр насарая, ер аҫты һәм өҫкө һыуҙар һайыға һәм тоҙлана, урмандар ҡороп һәләк була, экологик кризис башлана. Ошо уҡ ваҡытта Санторин вулканы шартлай. Вулкан урғылыуҙан килеп тыуған ғәҙәттән тыш атмосфера күренештәре боронғо кешеләр өсөн ҡурҡыныс билдә булып хеҙмәт итеүе һәм уларҙың Көньяҡ Уралдан китеүенә булышлыҡ итеүе мөмкин.

Ҡаҙыныуҙарҙан күренеүенсә, арҡайымдар үҙ ҡалаһын ойошҡан рәүештә ташлап киткән. Ҡалаға бер нисә яҡтан ут төртөлә. Бөтә кәрәкле әйберҙәр стенанан ситкә сығарыла, йорттарҙа һәм майҙанда тап-таҙа, паника билдәһе юҡ.

Арҡайымдар мәйеттәрҙе саҡ ҡына бөгөлгән хәлдә йәки бер аҙ бөгәрләберәк уң йә һул яғына ятҡырып ерләгән. Ерләгәндә мәйет эргәһенә, бигерәк тә үҙәк соҡорҙарға, йәлпәк бронза бысаҡ, арҡыры балта, ҡасау, беҙ гарпун, һуғыш ҡоралдары, биҙәүестәр һәм башҡа кәрәк-яраҡ һалынған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Арҡайым некрополенең күп ҡәбер соҡорҙары борон заманда уҡ таланған булған.

Арҡайымдар һәр ҡәбергә аҙыҡ менән һауыт-һаба ҡуйған. Балалар һәм үҫмерҙәр ҡәберендә бер-ике һарыҡ йәки быҙау һөйәктәре табылған, ә өлкәндәр ҡәберендә йышыраҡ йылҡы, һыйыр малы һөлдәләре осрай. Был уларҙың теге донъяла ла икенсе бер тормош дауам итеүенә ышанғанлыҡтарын раҫлай.

Төҙөлөш йолалары ваҡытында арҡайымдар байтаҡ ҡына ит, үҫемлек һәм һөт продукттары тотонған. Бындай ҡалдыҡтарҙы археологтар “төҙөлөш ҡорбандары” тип атай. Әйткәндәй, “Нигеҙ бутҡаһы” төҙөлөш йолаһы башҡорттарҙа ла һаҡланған.

Һыу һәм Ут Аллалары менән бәйле йолалар ҡыҙыҡ. Арҡайымдың ҡайһы бер йорттарында ҡоҙоҡ төбөндә янған ат һәм һыйыр тояҡтары, ҡабырғалары, аҫҡы яңаҡ һөйәктәре табылған. Ҡоҙоҡ менән йәнәштә металлургия мейестәре булған. Мейестең еллеге ергә уйып яһалған махсус һауа өрҙөрөү каналы ярҙамында ҡоҙоҡ менән тоташтырылған.

Эксперимент ҡоҙоҡ менән тоташтырылған мейестең бронза иретеү генә түгел, руданан баҡыр айырып алыу өсөн дә кәрәкле температура бирә алыуын күрһәткән.

“Урал батыр” эпосында ла Ҡатил батша йыл һайын һыуға – ҡыҙҙарҙы, утҡа егеттәрҙе ҡорбан иткән бит. Ҡыҙҙарҙы күлгә һәм, арҡайымдар кеүек, ҡоҙоҡҡа ташлағандар.

Был һәм башҡа факттар башҡорттарҙың ата-бабалары формалашыуында Арҡайым ҡәбиләһе тоҡомдары ла ҡатнашыуын раҫлай.

Тимер быуат

Тимер быуаттың иң мөһим ҡомартҡыларының береһе булып “батша ҡурғандары” тора, уларҙың береһен башҡорт археологтары тарихи Башҡортостан территорияһында, Ырымбур өлкәһенең Филипповка ауылы эргәһендә таба.

Ҡурған бик бай була. Унда, ваҡ-төйәк әйберҙәрҙе иҫәпкә алмайынса, 700-ләп предмет табыла. Әйберҙәрҙең күбеһе алтындан була, бөтәһе лә тиерлек йәнлек стилендә яһалған. Археологтар фекеренсә, ҡурған арҙаҡлы ғаилә кәшәнәһе булған, күрәһең. Ғаилә башлығы ҡәбилә йәки ҡәбиләләр фирҡәһе юлбашсыһы булғандыр.

Силәбе археологтары, Филиппов ҡурғандарын ҡалдырған ҡәбиләләр сарматтар булған, тип иҫәпләй. Ҡайһы бер башҡорт тикшеренеүселәре, был ҡәбиләләр төрки сығышлы булыуы мөмкин, ти, сөнки сарматтарҙың бер өлөшө төрки телле булған. Һәр хәлдә, археологтар фекеренсә, сармат ҡурғандары башҡорттарҙың боронғо ата-бабаларына туранан-тура ҡағылышлы.

Беҙҙең эра башында Башҡортостан территорияһында һундар ҡәбиләләре барлыҡҡа килә.

V-VII быуаттарҙа Көньяҡ Уралда бахмут, турбаслы һәм кушнаренко ҡәбиләләре үҫешә.

Шулай итеп, Башҡортостан территорияһы борон-борондан ултыраҡ һунарсылыҡ-игенселек һәм күсмә малсылыҡ ҡәбиләләренең әүҙем ҡатнашыуы зонаһына ингән.

Этник планда Башҡортостан халҡы I мең йыллыҡта (VIII быуатҡа тиклем) бер төрлө генә булмаған. Бында башҡорт этносын формалаштырыуҙа ҡатнашҡан иран, төрки телле һәм фин-уғыр-самодий сығышлы ҡәбиләләр йәшәгән.

Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Бәронғо ваҡыттарҙа Башҡортостан территорияһы

 
Башҡортостан 450