ТарихҠушылғанға тиклемБашҡорт халҡының демографияһы
Шулай уҡ ҡарағыҙ:
• 
Башҡортостан ҡушылғанға тиклем

• Бәронғо ваҡыттарҙа Башҡортостан территорияһы
• Башҡортостан IX-XIII быуаттарҙа
• Башҡортостан Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң
• Башҡорт халҡының демографияһы

Борон замандарҙан алып башҡорт халҡының демография мәсьәләһе ошо тема буйынса яҙма сығанаҡтарҙың булмауына килеп терәлә. Был проблемаға асыҡлыҡ индерә алырлыҡ документтар күп һанлы катаклизмдар – янғын, һуғыш һәм революциялар – ваҡытында юҡҡа сыҡҡан. Шуға күрә Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыр алдынан төп халҡының иҫәбе тураһындағы мәсьәлә сиктән тыш ҡатмарлы.

Әйтергә кәрәк, был осорҙа край халҡы бер милләтле булған – тик башҡорттарҙан ғына торған. Батшаға башҡорттарҙы күп һанлы һәм һуғышсан халыҡ тип тасуирлағандар. Шуға ҡарамаҫтан, ХVI быуат уртаһында Башҡортостандың төп халҡының ысын иҫәбе әле булһа билдәһеҙ көйөнсә ҡала.

Ҡайһы бер тикшеренеүселәр, төрлө методикаларҙы һәм ситләтелгән материалдарҙы файҙаланып, был ябай булмаған һорауға яуап бирергә маташты. Был иҫәп-хисаптарға ярашлы, ХVI быуат уртаһында башҡорттарҙың иҫәбе төрлөсә күрһәтелде – кәмендә 50-60 мең итеп һәм иң күбе өс миллион (!) кешегә тиклем. Әммә иң дөрөҫө тип Раил Кузеев килтергән һандар иҫәпләнә – 180 меңдән алып 240 меңгә тиклем.

ХVII быуат уртаһында Рәсәйҙең туғыҙ миллион халҡы (шул иҫәптән алты миллионы – рус теллеләр) булған. Шунан сығып ҡарағанда, ХVI быуат уртаһында Башҡортостанда өс миллион башҡорт йәшәгән, тип раҫлау бөтөнләй буш һүҙ. Тик башҡорттарҙы күп һанлы халыҡ тип телгә алыуҙарын да иҫәптән сығарырға ярамай. Һорау тыуа: ХVI быуатта ниндәй халыҡты күп һанлы тип иҫәпләргә мөмкин булған һуң? Тарихсыларҙың фекеренсә, ул заманда был разрядҡа эләгеү өсөн йөҙ мең кеше булыу еткән. Шуға күрә 50-60 мең кеше тиеү ҙә дөрөҫлөккә тап килмәй. Тағы бер мөһим моментты билдәләп китәйек. Башҡорттар, билдәле булыуынса, игенселек менән дә, күсмә малсылыҡ менән дә шөғөлләнгән. Ә күсмә малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе халыҡтар, күсеп йөрөп, күп һанлы кеүек тәьҫир ҡалдыра. Шунан сығып, ХVI быуат уртаһына край территорияһында 150 меңдән 180 меңгә тиклем кеше йәшәгән, тип һығымта яһарға мөмкин.

Баҫма өсөн версия    Сайт картаһы    Биттең өҫкө яғына

Башҡорт халҡының демографияһы

 
Башҡортостан 450