→
Тарих→
Ҡушылғанға тиклем→
Башҡортостан IX-XIII быуаттарҙа
Башҡортостан ҡушылғанға тиклем
• Бәронғо ваҡыттарҙа Башҡортостан территорияһы
• Башҡортостан IX-XIII быуаттарҙа
• Башҡортостан Алтын Урҙа тарҡалғандан һуң
• Башҡорт халҡының демографияһы
Башҡорттар һәм уларҙың йәшәү рәүеше, дине тураһында тәүге мәғлүмәттәрҙе беҙ IХ-Х быуат яҙма сығанаҡтарында табабыҙ. Х быуат башында (922 йыл) Волга болғарҙарына сәйәхәт ҡылған Бағдад хәлифәһе илсеһе Ибн-Фаҙлан башҡорттар биләгән территория тураһында хәбәр итә, уларҙың дине тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерә. Ул башҡорттарҙы күсмә тормош алып барған һуғышсан халыҡ итеп һүрәтләй.
Билдәле булыуынса, Х-ХIII быуаттарҙа башҡорттарҙың көнбайыш өлөшө Болғар ханлығына ингән.
Башҡорттарҙың IХ-ХII быуаттарҙағы тормошо һәм уларҙың дәүләт ҡоролошо, шул иҫәптән Мәсем хан етәкселегендәге башҡорт ҡәбиләләре союзы тураһында тарихи-этнографик мәғлүмәттәр һаҡланған. Яҙма сығанаҡтарҙа телгә алынған IХ-ХIII быуат башы башҡорт хандары исемдәре араһында иң тәүгеһе (IХ быуат тирәһе) – Башҡорт хан. Башҡорт шәжәрәләренән күренеүенсә, Башҡорттар илендә Мөйтән бей һәм Майҡы бей тигән арҙаҡлы хандар хакимлыҡ иткән.
Х быуаттан башҡорттар мөхитенә Ислам дине үтеп инә башлай. Ислам менән бергә ғәрәп яҙмаһы, көнсығыш белеме һәм әҙәбиәте тарала башлай. Әммә Исламға тиклем диндәр ҙә көслө була әле. Ғәрәп яҙмаһы менән бер рәттән, рун яҙмаһы ла һаҡлана. Традицион халыҡ ғилеме лә үҫешеүен дауам итә.
Шулай итеп, ХI быуатҡа башҡорттар Көньяҡ Уралда һәм уның тирәләй көньяҡ һәм көнбайыштан дала киңлектәрендә урынлашҡан, үҙенә-үҙе биргән уртаҡ исем, үҙаллы тел, үҙенсәлекле мәҙәни-көнкүреш тәртибе, дини ҡараштар системаһы, үҙ дәүләт берәмеге – ханлыҡтар менән арыу уҡ күп һанлы боронғо халыҡтар булған.
Алтын Урҙа ваҡытында Башҡортостан территорияһына күсмә ҡәбиләләр төркөмдәре ағыла. Башҡорттарға ҡиммәтле тире, бал һәм башҡа әйберҙәрҙән торған яһаҡ һалына; бынан тыш, улар Алтын Урҙа ғәскәрендә хәрби хеҙмәт үтәргә тейеш була. Тап шул саҡта башҡорттар ырыу һәм ҡәбилә, тамға, оран, ағас һәм ҡош кеүек атрибуттар ала.
Башҡорттар күп тапҡырҙар монгол-татар илбаҫарҙарына ҡаршы яуға күтәрелә. “Аҡман-Тоҡман”, “Биксура” кеүек легендалар был турала һөйләй.
Алтын Урҙа аныҡ социаль принциптары менән дәүләт булараҡ ойоша. Унда үҫешкән феодаль мөнәсәбәттәр формалаша. Башҡорт йәмғиәтендә ырыу-ҡәбилә юлбашсылары эре феодалдар ролендә сығыш яһай. Башҡорттар йәшәгән бөтә территория улус биләмәләре араһында бүленә һәм Урҙа башлыҡтарының һәм уларҙың яҡындарының йәйләүҙәренә әүерелә. Һөҙөмтәлә башҡорт ҡәбиләләре үҙҙәренең иң яҡшы ер биләмәләренән мәхрүм ителә һәм насар ерҙәргә күсерелә. Сикһеҙ ҙур яһаҡ һалыуҙан тыш, монголдар малды һәм башҡа байлыҡтарҙы ла талай. Был етештереү көстәренең һиҙелерлек тарҡалыуына һәм халыҡтың фәҡирләнеүенә килтерә.
Былар барыһы ла башҡорттарҙың тормошон иҡтисади яҡтан емерә. Әммә улар үҙҙәренең этно-мәҙәни үҙенсәлеген һәм этник үҙаңын һаҡлап алып ҡала. Алтын Урҙа осоронда ла башҡорттарҙың мәҙәни һәм этник үҫеш процесы туҡталмай.
Баҫма өсөн версия
Сайт картаһы
Биттең өҫкө яғына
|
|
Башҡортостан IX-XIII быуаттарҙа
Башҡортостан 450
|